Махсус хәрби операция башланғас та гәзит биттәрендә, интернет киңлектәрендә ошо ваҡиғаны яҡтыртып барҙыҡ, үҙ фекеребеҙҙе белдерҙек. Әле иһә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби уҡыуҙарға юлланған яҡташтарыбыҙ, уларға посылкалар, ярҙам ебәреү тураһында хәбәрҙәр еткереп торабыҙ. Әммә, һөйләү бер, был изге эшкә үҙ өлөшөбөҙҙө лә индереүҙән ситтә ҡала алмайбыҙ. Һәм әлеге ваҡытта Пенза ҡалаһында хәрби әҙерлек үткән гәзит уҡыусыларыбыҙға, башҡа яҡташтарыбыҙға кескәй генә булһа ла күстәнәс - дарыу, йылы кейем, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк яраҡтар оҙаттыҡ.
Ин мөһиме: ИҪӘН-ҺАУ, ЕҢЕҮ МЕНӘН ҠАЙТЫҒЫҘ ЕГЕТТӘР!