Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылы... Әмировтарҙың тыуыу урындары ғына түгел, яҙмыштары ла уртаҡ, һуғыштан һуңғы йылдарҙың бар ауырлыҡтарын үҙ елкәләрендә татып үҫкән улар.
Бибисур һәм Әйүп Мансуровтарҙың биш балалы ғаиләһендә үҫкән Рауза апай баласаҡтан һатыусыларға ҡыҙығып ҡараған, шуға ла уны сауҙа өлкәһе үҙенә тарта. Ауылда 10 класты тамамлағандан һуң, Салауат ҡалаһына һатыусылыҡҡа уҡырға инә ул. Шул ваҡыттарҙа уҡ тыйнаҡ Рауза апайҙы Рөстәм ағай күҙ уңынан ысҡындырмай.
– Армиянан отпускыға ауылға ҡайтҡанда Рауза Салауат ҡалаһында уҡып йөрөй ине. Шунда яйлап һөйләшә башланыҡ, бер-беребеҙҙе ныҡ оҡшаттыҡ. Шунан һуң әрме сафтарынан ҡайтҡас, бер йыл осрашып йөрөнөк тә, өйләнешеп, Стәрлетамаҡҡа күсереп алдым, – ти Рөстәм Абдрахман улы.
Йөҙөнән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәгән, бөхтәлек һәм ихласлыҡ менән эшләгән һатыусы мыжғып торған Стәрлетамаҡта магазинға инеп сыҡҡан халыҡ өсөн ниндәйҙер кимәлдә йән аҙығы өҫтәүсе лә була! Шулай эшенә, яңы тормошҡа тиҙ күнегеп китә. Ә һатыусы булып Рауза апай кеүек эшкә етеҙ һәм сабыр кешеләр генә эшләй ала. Көн оҙоно аяҡ өҫтө торорға, һатып алыусыларҙың һорауҙарына ла яуап бирергә, шул уҡ ваҡытта эшеңде лә башҡарып, сиратты ла йыймай ҡара!
– Ул замандарҙа бөтә кешеләр ҙә бер үк, барыһы ла изге күңелле, илем, ҡалам, эшләгән ойошма өсөн тип янып йәшәне. Килгән кешеләргә һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө булдыҡ, тауар ҙа сифатлы булды. Ә хәҙерге заманда һатып алыусыларҙы мөләйем йөҙ менән ҡаршы алған һатыусылар ҙа һирәк, тауарҙың сифаты тураһында әйтеп тораһы ла түгел, – ти утыҙ йыл һатыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Рауза апай.
Рөстәм ағай иһә, Абдрахман һәм Ғәйшә Әмировтарҙың ете балалы ғаиләһендә тыуып үҫкән. Ул ваҡыттарҙағы ҡаланың тотҡаһы, төп көсө механизаторҙар, шоферҙар, төҙөүселәр булған кеүек, иң алдынғы эшсәндәрҙең береһе була ул Рөстәм Әмиров. Ул, 15-се һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң, балта оҫтаһы, электр иретеп йәбештереүсе булып элек бөтә ергә дан ҡаҙанған “Стәрлетамаҡстрой” тресында эшләй башлай, аҙаҡтан әрме сафтарына алынып, Германияла хеҙмәт итеп, донъя күреп, тамам шымарып ҡайта. Ҡайтҡас та үҙенең һөнәренә тоғро ҡалып, элекке эшләгән урынына әйләнеп килә һәм күп йылдар партия ойошмаһы секретарынан алып, ә һуңыраҡ трестың партия комитеты секретарь урынбаҫарынан “Стәрлетамаҡстрой” акционерҙар йәмғиәтенең кадрҙар бүлеге начальнигы вазифаһына тиклем күтәрелә.
Рөстәм Абдрахман улын да, Рауза Әйүп ҡыҙын да эштәрендә гел ихтирам итәләр, уларҙың тырыш хеҙмәтен әллә күпме почет грамоталары, маҡтау ҡағыҙҙары раҫлап тора. Икеһенең дә бер эштән дә ҡурҡмай, тыуған илем, ерем, ҡалам тип янып йәшәүҙәре тураһында һөйләй. Рөстәм Абдрахман улы, мәҫәлән, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе”, “III дәрәжә Дан ордены” маҡтаулы исемдәренә лә күптән лайыҡ булған!
Бөгөнгө беҙ күргән Стәрлетамаҡтың матур, төҙөк булыуына үҙ заманында Рөстәм ағай ҙа өлөш индергән. “Авангард” производство берекмәһен, уның биҫтәһен төҙөүҙә, “Строймаш”, “Каустик” акционерҙар йәмғиәтен, Машиналар эшләү заводын, торлаҡ һәм башҡа объекттар төҙөүҙә ҡатнаша.
– Ҡалабыҙҙы шулай күмәкләп төҙөнөк! – ти үҙе Рөстәм ағай эше хаҡында. Бер телем икмәктең ҡәҙерен белеү, хеҙмәткә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарау, кешегә ихтирамлы булыу сифаттары Рөстәм ағайға ғаиләнән килә. Уның атаһы Абдрахман Бөйөк Ватан һуғышында ла ҡатнаша, аҙаҡтан мәктәп директоры булып эшләй.
Әмировтар ҡаланы ғына түгел, ғаилә бәхеттәрен дә матур итеп төҙөгән: Әлфиә һәм Лилиә исемле сәскә кеүек ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Улар ҙа бәләкәстән хеҙмәт менән сынығып үҫәләр, юғары уҡыу йорттарында төрлө һөнәрҙәр үҙләштереп, үҙ ғаиләләрен ҡорғандар. Әлфиә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се поликлиникаһында акушер-гинеколог булып эшләһә, Лилиә Башҡорт сода компанияһында әйҙәүсе бухгалтер булып эшләп йөрөй.
– Атай-әсәйебеҙҙең шундай оло күңелле булыуҙары – беҙҙең өсөн ҙур байлыҡ. Ғүмер буйына татыу йәшәүҙәре, намыҫлы хеҙмәт итеүҙәре – беҙҙең өсөн үрнәк, – ти ҡыҙҙары Лилиә.
Рөстәм һәм Рауза Әмировтар ике ейәнсәр һәм бер бүләләренә олатай-өләсәй.
– Аллага шөкөр, ейәнсәрҙәр генә түгел, бүләбеҙҙе лә күрергә насип булды, – тиҙәр улар шатланып. – Донъялар тыныс, имен, балаларыбыҙ һау-сәләмәт булһын инде, – тип теләй улар.
Бөгөнгө көндә Әмировтар ғаиләһе ауылға ҡайтып баҡса эштәре менән булып, балалары менән гөрләшеп йәшәү менән бер рәттән быуындар бәйләнешен нығытып, барлыҡ туғандарының хәләхүәлен белешеп тора, кәңәштәр бирә, ауыр минуттарҙа ярҙамға килә, уларҙың уңыштарына ҡыуана.
Рөстәм ағай менән Рауза апайға тағы ла бик күп йылдар ғаилә усағын һүндермәй йәшәүҙәрен теләйбеҙ, һеҙҙең алсаҡлылығыҙ, мөләйем йөҙөгөҙ һәр ваҡыттағыса бар яҡындарығыҙҙы үҙ тирәһенә йыйып торһон!
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.