Ашҡаҙар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
АЛҒА
17 Ноябрь 2022, 11:33

Бөгөн Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө.

Ноябрҙең өсөнсө кесаҙнаһында Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө билдәләнә.

Бөгөн Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө.
Бөгөн Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө.

 Быйыл был көн 17 ноябргә тура килә.
Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнөнөң маҡсаты булып- был насар ғәҙәттең киң таралыуына, шулай уҡ төрлө ойошма вәкилдәрен, төрлө белгеслектәге табиптарҙы тәмәке тартыу менән көрәшкә йәлеп итеү, граждандарға тәмәке тартыуҙың зыяны тураһында күберәк һөйләү тора.
Рәсәйҙә йыл һайын тәмәке тартыуҙан 300 мең самаһы кеше ваҡытынан алда вафат була. Был юл-транспорт ваҡиғаларынан, наркотиктар ҡулланыуҙан һәм СПИД ауырыуынан да күберәк.
Тәмәкене ташлау еңел түгел. Билдәле булыуынса, никотин көслө бәйләнгәнлек тыуҙыра.
Тик шуны белеп ҡуйығыҙ: тәмәкене ташларға бер ҡасан да һуң түгел тиһәләр ҙә, 30-35 йәштәрҙә тәмәке тартыуҙы ташлағандарҙың ғүмерен иһә, бөтөнләй тәмәке тартмағандарҙыҡына тиңләргә була икән.Шуға күрә, иртәрәк тәмәке тартыуҙы ташлаһағыҙ үҙегеҙ өсөн яҡшыраҡ була. Бының өсөн бары тик ҙур ихтыяр көсө, сәләмәт тормошта оҙағыраҡ йәшәргә ынтылыу теләге булырға тейеш.
Тәмәке тартыусыларҙың өстән ике өлөшө тәмәке организмға аҙ ғына зыян килтерә тип яңылыша. Әммә тәмәкеселәрҙең 87 процентында күҙәтелгән иң ҡурҡыныс ауырыу – үпкә яман шеше. Был ауырыу, нигеҙҙә, дауалауға бирелмәй һәм йыш ҡына аҙағы насар тамамлана. Үпкә шешенән тыш, тәмәкеселәр лейкоз, ашҡаҙан, тамаҡ шеше кеүек башҡа ҡурҡыныс яман шеш ауырыуҙарына ла дусар була.Шулай уҡ ата-әсәһе тәмәке тарт ҡан балаларҙа бронхит һәм пневмония сирҙәре ике тапҡырға күберәк күҙәтелә.

Тәмәке тартыуҙан баш тартырға теләүселәр өсөн кәңәштәр:
Өйөгөҙҙө,машинағыҙҙы тәмәкенән таҙартығыҙ, уның ҡаптарын ырғытығыҙ.
Тәмәке тартҡанда ҡулланылған әйберҙәрҙән ҡотолоғоҙ: шырпы, ҡабыҙғыстарҙы, көл һауыттарынан.
Тәмәке еҫе сыҡҡан бөтә кейемдәрегеҙҙе яҡшылап йыуып алығыҙ.
Тәмәке һатылған урындарҙы урап үтергә тырышығыҙ.
Тәмәкене ташлай алған кешеләр менән күберәк аралашығыҙ. Уларҙың хис-тойғолары һәм кисерештәре тураһында һорашығыҙ.
Яратҡан шөғөлөгөҙ менән булышығыҙ.
Саф һауала күберәк йөрөгөҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ.
Дөрөҫ тын алыу күнегеүҙәрен өйрәнегеҙ, массажға,йогаға йөрөгөҙ.
Шулай уҡ стресс тыуҙырған хәлдәрҙән йырағыраҡ китергә тырышығыҙ: йоҡоғоҙҙо яйға һалығыҙ, дөрөҫ туҡланығыҙ.

БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең Стәрлетамаҡ район-ара филиалы табип-эпидемиологы Васильева Евгения Алексеевна.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: