Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һандар һөйләй
2 Декабрь 2018, 20:05

Тыуым буйынса – беҙ икенсе урында!

Башҡортостанда үткән ун айға тыуым күрһәткестәре буйынса йомғаҡ яһалған. Сабыйҙар йышыраҡ Өфөлә тыуған – 10 083 бала, икенсе урында Стәрлетамаҡ – 2 311 бала, беҙҙән ҡала Нефтекама – 1 297 бала, артабан туймазылар килә, унан һуң Салауат ҡалаһы. Йәмғеһе ағымдағы йылдың тәүге ун айында 35 560 сабый донъяға килгән.
Әлбиттә, ни тиклем муниципалитет ҙурыраҡ – шул ҡәҙәр тыуым да күберәк. Тик бында райондарҙан килеп, Өфө йәки Стәрлетамаҡ һымаҡ ҙур ҡалаларҙа бала табырға теләүселәрҙе йәки йүнәлтмә буйынса килеүселәрҙе лә иҫтән сығарырға ярамай. Нисек кенә булмаһын, малай-ҡыҙҙарҙың һәр ерҙә лә ишәйеүен теләргә ҡала.
Читайте нас: