Росреестрҙың төбәк идаралығы уҙған йылда өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу тураһында 22 027 килешеү теркәне. 2017 йылда 17 198 килешеү теркәлде, 2016 йылда был һан 14 948 тәшкил итте.
Ағымдағы йылда тармаҡ аналитиктары проектлы финанслауға күсеүгә бәйле торлаҡ төҙөү күләменең кәмеүен, шул сәбәпле яңы һалынған йорттарға хаҡтың 20% артыуын фаразлай. Шул уҡ ваҡытта иң арзан ипотека осоро үтте: төп ставка күтәрелеү менән банктар кредит буйынса проценттарҙы арттырҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1265481-v-bashkirii-chislo-uchastnikov-dolevogo-stroitelstva-vyroslo-na-tret/