Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һандар һөйләй
1 Февраль 2019, 13:11

Былтыр республика юлдарында 549 кеше һәләк булды

2018 йылда Башҡортостан биләмәһендә 40 383 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, уларҙа 549 кешенең ғүмере өҙөлдө, 5 494-е йәрәхәтләнде. Башҡортостан ЮХХДИ-һы етәксеһе Динар Ғилметдинов 31 ғинуарҙа «Рәсәй» медиаүҙәгендә журналистар менән осрашыуҙа ошо хаҡта хәбәр итте.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 26 ҡала һәм районда юл фажиғәләрендә һәләк булыусылар һанының артыуы күҙәтелә. Айырыуса Сибай һәм Октябрьский ҡалаларында, шулай уҡ Мишкә, Ҡариҙел, Федоровка, Балаҡатай, Мәләүез һәм Илеш райондарында үлемесле автоаварияларҙың артыуы теркәлде.
Юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһе Өфөлә күҙәтелә, тип өҫтәне Динар Ғилметдинов.
«Башҡортостанда ауыр эҙемтәле юл фажиғәләре теркәлгән урындарҙың 90% ашыуы Өфөлә урынлашҡан. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ҡалала транспорт күп, шуға күрә бында юл-транспорт ваҡиғалары йыш була», — тине ул.
Республикала аварияларҙың төп сәбәптәре: ҡаршы һыҙатҡа сығыу, тиҙлек режимын арттырыу, йәйәүлеләр үткәүеленән йөрөүҙе, светофор сигналы талаптарын боҙоу.
http://www.bashinform.ru/news/1267812-na-dorogakh-bashkirii-v-2018-godu-pogibli-549-chelovek/
Читайте нас: