Биш янғындың өсәүһе һүндерелгән. Әлеге ваҡытта 26 гектарҙан ашыу майҙанда ике тәбиғәт янғынын һүндереү бара. Әйтәйек, Йылайыр районында өс гектар ерҙә урман янғыны һүндерелгән. Бөрйән районында ут урман фондының 23 гектар биләмәһенә зыян килтергән. Һүндереү эштәре алып барыла.
Быйыл янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланғандан алып Башҡортостанда бөтәһе 81 тәбиғәт янғыны сыҡҡан. 1244,66 гектар уттан зыян күргән. Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек республикала 228 гектар майҙанда 37 урман янғыны теркәлгән.
Бөгөн Башҡортостандың 16 районында: Архангелдә, Баймаҡта, Балаҡатайҙа, Дыуанда, Йылайырҙа, Иглиндә, Күгәрсендә, Кушнаренкола, Көйөргәҙелә, Мәләүездә, Стәрлебашта, Стәрлетамаҡта, Федоровкала, Хәйбуллала, Шишмәлә һәм Өфөлә юғары, дүртенсе класлы янғын хәүефе фаразлана.