Бөтә яңылыҡтар
Һандар һөйләй
3 Июнь 2019, 15:07

Башҡортостанда һуңғы биш йылда һыуҙа 463 кешенең ғүмере өҙөлгән: йышыраҡ йылғала

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең һыу ятҡылыҡтарында һәләк булыу осраҡтарының иң юғары күрһәткесе 2015 йылға тура килгән, ә һуңғы биш йылда республикала 463 кеше һыуға батып үлгән, улар араһында 49 бала бар. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров һүҙҙәренсә, Башҡортостан һыуҙа аҙ кеше һәләк булған субъекттар араһында Волга буйы федераль округында өсөнсө урынды биләй (Һамар һәм Ульяновск өлкәләренән ҡала).
«Күпселеге — Мәләүез, Учалы һәм Белорет райондарында, — тине Ғүмәров. — Статистикаға ярашлы, 47% — күлдә, карьерҙа, быуала һәм һыу һаҡлағыста, ә 53% йылғала һәләк була. Республикала һәләк булған һәр алтынсы кеше Ағиҙел йылғаһында батҡан».
Һыуҙа үлем осраҡтарының төп сәбәптәре араһында: йыһазландырылмаған урындарҙа, эскән килеш һәм өлкәндәрһеҙ һыу инеү.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров районды йыһазландырылған пляждар менән тәьмин итмәгән муниципалитет етәкселәрен билдәләүҙәрен һәм һыуҙа үлем осраҡтарының һаны буйынса тәүге урында торған муниципалитеттарҙа кешеләрҙең һәләк булыу сәбәптәрен асыҡлауҙарын һораны.
http://www.bashinform.ru/news/1315218-v-bashkirii-za-poslednie-pyat-let-na-vode-pogiblo-463-cheloveka-chashche-tonut-v-rekakh/
Читайте нас в