Юлдарҙа хәлдәр артабанғыса: 52 авария, ике кеше тән йәрәхәттәре алған. 8 янғын осрағы булған. Коммуналь хужалыҡ өлкәһенә килгәндә, үткән аҙнала 1089 тонна сүп сығарылған. 186 кеше төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт иткән. Юлдарҙа 420 квадрат метр майҙанда соҡор ямалған. Йыл башынан әлеге өлкәлә халыҡтың 925 миллион һумлыҡ бурысы йыйылған. Муниципаль мөлкәттән 5 миллион һум табыш йыйылған.