Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һандар һөйләй
11 Ноябрь 2019, 17:15

РӘСӘЙҘӘ ИҪЕРТКЕС ЭСЕМЛЕКТӘРҘЕ ӘҘЕРӘК ҠУЛЛАНА БАШЛАҒАНДАР

Эксперттар алкоголь эсемлектәрен ҡулланыу буйынса илдәр рейтингы төҙөгән. Рәсәйҙә алкоголь ҡулланыу күләме кәмегән, шулай ҙа беҙ һаман лидерҙар иҫәбендә һәм етенсе урында киләбеҙ. Статистика буйынса беҙҙә һәр кеше йылына 11,1 литр алкоголь эсә.

Ҡурҡыныс статистикала беренсе урында Литва, унда һәр кешегә 12,3 литр спирт эсемлеге тура килә. Австрия һәм Францияла был һандар 11,8 һәм 11,7 литр тәшкил иткән. Артабан Чехия – 11,6, Люксембург – 11,3, Латвия менән Ирландияла – 11,2 литр тип әйтелә. Ә Рәсәй Венгрия менән бер самала урынлашҡан, бында статистик һандар 11,1 литрға тура килгән. Беҙҙән һуң Германия – 10,8, Португалия – 10,7, Польша - 10,6 урынлашып иң ҙур күрһәткестәр менән булған ун ил рейтингына ингән. Рейтинг «Һаулыҡ тураһында ҡыҫҡаса» иҡтисади үҫеш һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһы тарафынан баҫылған.
Белгестәр менән күрһәтелгән график буйынса 2007 йылдан алып Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә аколголь ҡулланыу әҙәйгән. Шул уҡ ваҡытта иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу түбән булған илдәрҙең дә исеме аталды. Рейтингтың иң аҙағында Индонезия урынлашҡан, унда һәр кешегә 0,3 литр спирт эсемлеге тура килә. Унан юғарыраҡ Төркиә – 1,4, Израил – 2,6, Индия – 3,0 һәм Коста-Рика - 3,8 литр күрһәткестәре менән үҫеп китә.
Читайте нас: