Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һандар һөйләй
25 Декабрь 2019, 12:40

Хеҙмәт баҙарында ниҙәр бар?

Стәрлетамаҡта вакансиялар һаны буйынса 10 популяр тармаҡ иҫәпләп сығарғандар. Беҙҙең ҡалала айырыуса талап ителгән белгестәр, баҡтиһәң, сәнәғәт өлкәһендә.

Мәшғүллек үҙәге сайты статистикаһы буйынса, Стәрлетамаҡта производство тармағында тәҡдим ителгән эш урындары һаны дөйөм тәҡдим иткән вакансиялар һанының 32,2 процентын тәшкил итә. Ҡалған өлкәләргә килгәндә, сауҙа өлкәһе 11,5 процент булһа, транспорт һәм автосервис – 9,1 процент, төҙөлөш – 8,6 процент, компьютерҙар, интернет, юғары технологиялар – 3,2 процент, медицина һәм фармацевтика 2,6 процент урын ала.
2019 йылдың 23 декабренә Стәрлетамаҡта 34 023 вакансия теркәлгән. Эш биреүселәр асыҡ вакансияларҙың 34,6 процентына 23 800 һум күләмендә эш хаҡы күрһәткән.
Стәрлетамаҡта эш тәҡдим итеү буйынса иң эре эш биреүсе булып “Билингвята” компанияһы тора икән. Сайт статистикаһы буйынса унда 1735 вакансия бар.
Эш урыны булыуы бер, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы ла кәрәк бит әле. Был йәһәттән Стәрлетамаҡта айырыуса юғары эш хаҡын күсемһеҙ милек менән шөғөлләнеүселәр (аралашсылар) ала – был тармаҡта уртаса эш хаҡы 54 620 һум. Ә бына производствола иһә 49 988 һум күләмдә эш хаҡы түләйҙәр. Башҡа өлкәләләргә туҡталғанда, төҙөлөштә хеҙмәт хаҡы – 48 730 һум, транспорт өлкәһендә – 46 255 һум, реклама, нәшриәт, полиграфия – 43 005 һум, бухгалтерия – 39 303 һум, менеджмент – 34 976 һум булһа, инженерҙар һәм технологтарҙың хеҙмәте айына 33 789 һум менән баһалана.Эш урыны булыуы бер, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы ла кәрәк бит әле.
2019 йылдың 23 декабренә Стәрлетамаҡта 34 023 вакансия теркәлгән. Эш биреүселәр асыҡ вакансияларҙың 34,6 процентына 23 800 һум күләмендә эш хаҡы күрһәткән.
Стәрлетамаҡта эш тәҡдим итеү буйынса иң эре эш биреүсе булып “Билингвята” компанияһы тора икән. Сайт статистикаһы буйынса унда 1735 вакансия бар. Унан ҡала тәҙрә компаниялары төркөмө (1719), сәнәғәт хәүефһеҙлеге төркөмө (1 116) килә.
Шулай ҙа ҡалабыҙҙа иң кәрәкле һәм табышлы һөнәрҙәр – иретеп йәбештереүсе, токарь һәм такси водителдәре. Был тәңгәлдә вакансиялар һаны – 33. Ярымавтомат ҡорамалдары менән иретеп йәбештереүселәрҙең эш хаҡы 64 576 һум. Токарҙәрҙең уртаса эш хаҡы 71 750 һум тәшкил итә. Такси йөрөтөүселәр икенсе урында – эш хаҡы 67 335 һум.
Эш урыны ла бар, эш хаҡы ла матур күренә лә бит, сайттағы яҙмаларҙың ғәмәлдәге хәлдәргә тура килгәнен теләргә генә ҡала.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: