Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һандар һөйләй
2 Апрель 2020, 18:55

Никах тантаналарын икенсе ваҡытҡа күсерергә мөмкин

Был аҙнала йома һәм шәмбе көндәрендә республикала никахтар теркәләсәк, әммә тантанала өйләнешеүсе егет менән ҡыҙ ғына буласаҡ. Уларҙың туғандарын, операторҙарҙы, фотографтарҙы тантана залына индермәйәсәктәр. Был турала никах теркәргә ғариза биреүселәрҙең бөтәһенә лә иҫкәртеү яһалған.

Шуға ла ҡайһы берәүҙәр никахтарын законлаштырыуҙы икенсе ваҡытҡа күсергән. Ә был йомала һәм шәмбелә никахтарын теркәгәндәр был көндө ҡуйылған бөтә талаптарҙы ла үтәргә тейештәр.

3 апрелдә Башҡортостанда ЗАГС бүлектәрендә 68 никах теркәләсәк, шуларҙың 38-е – Өфөлә. 4 пар никахтарын теркәүҙе икенсе ваҡытҡа күсергән. Шулай уҡ был көндө Салауатта – 7 пар, Октябрьскийҙа һәм Ишембайҙа 3-әр пар никахтарын теркәйәсәк.

Ә 4 апрелдә республикала 69 пар өйләнә. Өфөлә 42 пар никахлашһа, Учалыла – 4 пар, ә 11 пар никах тантанаһын һуңғараҡ үткәрергә ҡарар иткән.

Тағы ла шуны иҫкәртәбеҙ: илдә коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле, РФ Юстиция министрлығының хатын үтәү йөҙөнән Башҡортостанда ЗАГС бүлектәре никах теркәүҙе һәм уны тарҡатыуҙы ваҡытлыса туҡтатып тора.

Никахтарын законлаштырырға теләүселәргә был тантананы икенсе ваҡытҡа күсерергә (2020 йылдың 1 июненән һуң) кәңәш ителә. Ғәҙәттән тыш ваҡиға булып, дәүләт никах теркәү ваҡытын күсерә алмаған осраҡта, өйләнешеүсе парҙар ҡатнашлығында ғына никах теркәлә.

Читайте нас: