Йыл башынан яғыулыҡты ваҡлап һатыу хаҡы 0,2 процентҡа артыуы, шул уҡ ваҡытта етештереүселәрҙең хаҡы 16,9 процентҡа кәмеүе билдәле. Ә апрелдә бензинға хаҡтың төшөүе 55 төбәктә күҙәтелде.
Март айы менән сағыштырғанда, иң осһоҙ бензин - Тыва Республикаһында, унда яғыулыҡҡа хаҡ 3,9 процентҡа, ә Алтай крайында 1,8 процентҡа төшкән.
Яңыраҡ энергетика буйынса РФ Дәүләт Думаһы комитеты ағзаһы, депутат Михаил Шеремет халыҡҡа яғыулыҡтың хаҡын төшөрөргә тәҡдим иткәйне. Уның һүҙҙәре буйынса, автозаправкаларҙа яҡыулыҡҡа хаҡты кәметеү, бәлки, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүҙең бер төрө булыр ине. Шулай уҡ был сара, транспорт сығымдарының кәмеүе менән бергә, аҙыҡ-түлеккә хаҡты төшөрөүгә лә ярҙам итәсәк, тип фаразлай парламентарий.