Һандар һөйләй
28 Май 2020, 15:45

Үлем артҡан

Рәсәйҙә былтырғы ошо осорға ҡарағанда үлем осраҡтары һиҙелерлек артҡан. Был турала Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш наркологы Евгений Брюн белдерә.

– Быйыл, 2019 йылдың ошо осорондағы күрһәткестәргә ҡарағанда, эшкә яраҡлылар араһында үлем осрағы күбәйгән. 2019 йылда ғинуар-март айҙарында 36 584 кеше һәләк булһа, 2020 йылда был һан – 37 346, – тине баш нарколог матбуғат конференцияһында.
Быйыл апрелдә Мәскәүҙә лә үлеүселәр һаны 11 846 кешегә еткән, ә былтыр 10 мең тирәһе булған.
“ Үлемдең артыуы вирусҡа ғына бәйле түгел, ә тәүге урында наркология проблемаһы тора, – тип аңлатты Брюн. – Үлем осрағында алкоголдең роле һиҙелерлек. Иҫерткес эсемлектәр бөйөргә, бауырға, ашҡаҙан аҫты биҙенә әкренләп тәьҫир итә, йөрәктәре туҡтап, ҡапыл үлгәндәргә алкоголь сәбәпсе булыуы ихтимал. Рәсәйҙә, алкоголдән ағыуланып, йылына 5-6 мең кеше һәләк булһа, ә иҫерткес эсемлектәрҙе артыҡ күп ҡулланыу менән ассоциацияланған үлем осраҡтарында ҡайһы берҙә фантастик һандар килтерелә – 35-40 мең”, – тип белдерә баш нарколог.
Май айында ла яҡты донъя менән хушлашыусылар ишәйгән, был, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдәге эпидемия менән дә бәйле .
Фото: Twitter.com
Читайте нас