Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Һандар һөйләй
22 Июля 2020, 08:33

РЕСПУБЛИКАЛА ҮЛЕМ КӘМЕЙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә барышында йылдың тәүге ярты йыллығы һөҙөмтәләре буйынса үлем осраҡтары 0,3 процентҡа кәмеүе тураһында хәбәр итте.

Республика Хөкүмәтенә ошондай оператив статистика мәғлүмәте бирелгән. Шул уҡ ваҡытта ил буйынса үлем осраҡтары буйынса күрһәткес 0,3 процентҡа артҡан тип, билдәләп үтте республика етәксеһе. «Беҙ ойошторған саралар, был күрһәткестәрҙе тотороҡландырырға ярҙам итә», - тип өҫтәне үҙ фекерен Радий Хәбиров.
Читайте нас