Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Һандар һөйләй
30 Июля 2020, 09:18

Руль артында абай булығыҙ!

Үткән аҙнала Стәрлетамаҡта ла 42 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Шуныһы ҡыҙғаныс: 25 тапҡыр автомобилдәр бәрелешкән, туҡтап ултырған транспортты 9 тапҡыр төкәткәндәр, дүрт осраҡта юлды ҡаплағанкәртәләргә барып менгәндәр. Юл-транспорт ваҡиғаларының дүртәүһендә дүрт кеше төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алған, тағы ла дүрт осраҡта ике йәйәүле һәм ике велосипедсы зыян күргән.

Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, республика юлдарында 22 июндән башлап 1685 иҫерек водитель тотолған, уҙған аҙна эсендә генә руль артына 177 водитель иҫерек килеш ултырған булған.
Аҙна башында үткәрелгән оператив кәңәшмә барышында республика Башлығы Радий Хәбиров иҫерек водителдәр менән көрәште көсәйтергә фарман бирҙе.

Читайте нас