Башҡортостанда йәнә 85 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы раҫланды. 27 октябргә сирлеләрҙең дөйөм һаны – 10 415. Бынан алдағы рекорд кисә, 26 октябрҙә, теркәлгәйне. Ул саҡта тәүлек эсендә 83 яңы осраҡ асыҡланды.
Пандемия башланғандан бирле 9 426 кеше һауыҡҡан, 52-һе – һуңғы тәүлектә.
Йәмғеһе 939 кеше: 197-һе – стационарҙа, 742-һе амбулатор шарттарҙа дауалана.
Коронавирустан вафат булыуҙың яңы осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй.