Бензинға хаҡтарҙың артыуы эске баҙарҙа тәҡдимдәрҙең кәмеүенә бәйле. Декабрь аҙағында бензинды күмәртәләп һатыу күләме 15 процентҡа кәмегәйне, әле лә шул уҡ хәл дауам итә. Эксперттар билдәләүенсә, нефткә хаҡты арттырыу бары тик нефть компанияларына ғына файҙалы, сөнки эске баҙарға ҡарағанда улар өсөн экспорт отошлораҡ йәки ҡиммәттерәк хаҡҡа һата алалар. Сит илгә ҡиммәтерәк булғас, үҙебеҙҙең һатып алыусыға ла осһоҙға төшмәй. Шулай итеп, осһоҙ-ҡырыйһыҙ түңәрәк пәйҙә була. Эске баҙарға хаҡ осһоҙораҡ булыр ине лә ул, тик нефть компаниялары әле дәүләттән ярҙам алыр урынға үҙҙәре бюджет ҡаҙнаһына иғәнәләр сүрәтендә өҫтәлмә сығымдар түләргә мәжбүр. Нисек кенә булмаһын, бер ил эсендә хаҡтарҙың төрлө булыуы ла аптырата, мәҫәлән, былтыр шундай хәл күҙәтелде: бензин Мәскәү һәм Санкт-Петербургта башҡа урынға ҡарағанда осһоҙараҡ ине...
Әйткәндәй, әгәр үҙе һүнә торған ҡағыҙҙы ҡуллана башлаһалар, Рәсәйҙә тәмәкегә лә хаҡтар артыуы мөмкин, сөнки әлеге ҡағыҙ ғәҙәттәгеһенән 5 тапҡыр ҡыйбатыраҡ. Тәмәкеһе ярай ҙа, аҙыраҡ тартһалар, ир-аттың һаулығы нығыр, тик бына бензин ҡиммәтләнеүе борсой. Яғыулыҡ ҡиммәтләнһә, башҡа әйбергә лә хаҡ артҡанын көт тә тор: йәмәғәт транспортына, транспорт килтергән аҙыҡҡа...