Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һандар һөйләй
27 Ғинуар 2021, 18:20

Эшсе төркөм әллә ни эш ҡыра алманы

Ҡала хакимиәтендә йылытыу өсөн иҫәпләнгән түләүҙәрҙе контролдә тотоу буйынса эшсе төркөм ултырышы уҙҙы. Билдәле булыуынса эшсе төркөмгә йәмәғәтселек һәм идара итеүсе компанияларҙың вәкилдәре, ҡала советы депутаттары һәм БашРТС вәкилдәре инә. Сараны ҡала хужалығын үҫтереү буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары Андрей Ермолаев алып барҙы.

Андрей Петрович белдереүенсә, 2020 йылдың декабре өсөн БашРТС 314 миллион 278 мең һум, ноябрь өсөн – 203 миллион 869 мең һум иҫәпләп ебәргән булған. Ноябрь менән сағыштырғанда декабрь түләүҙәре 54,2 процентҡа артҡан. Декабрҙә температура үҙгәреүен иҫәпкә алып, ноябрь менән сағыштырғанда климатик индексты иҫәпкә алғанда, түләүҙәр күләме 48,9 процентҡа күтәрелгән. Эшсе төркөм иллегә яҡын йортто барып тикшергән, был йорттарҙа йәшәүсе халыҡ менән аралашҡан, элеватор төйөндәрен тикшергән. Йорттарҙың ҡалғандары документтары буйынса тикшерелгән. Йылытыу энергияһын дөйөм йорт приборҙары менән иҫәпләү өсөн йыһазландырылған күп фатирлы 1034 йорттоң 847-һендә йылытыу өсөн иҫәптең артыҡ булыуы асыҡланған. Ҡайтанан иҫәпләү күләме 23 миллион һум тәшкил иткән. Андрей Ермолаев шулай уҡ БР Хөкүмәте республиканың йылытыу менән тәьмин итеүсе компанияларҙың барыһына ла түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләп ҡайтарырға ҡушыуы хаҡында белдерҙе. Йәмәғәтселек вәкилдәрен йылытыу энергияһының тарифы нәмәнән тупланыуы ҡыҙыҡһындырҙы. БашРТС директоры Руслан Овчинников белдереүенсә, тарифҡа күп факторҙар тәьҫир итә. Бында яғыулыҡ һәм электр энергияһы, һыу хаҡтары, селтәрҙең капиталь ремонт сығымдары һәм башҡалар инә. Ҡала Йәмәғәтселек палатаһы рәйесе Наталия Баринова тәҡдиме буйынса барлыҡ документтарҙы тикшереүҙе дауам итергә тигән ҡарар ҡабул ителде. Бының өсөн буйһонмаған эксперттарҙан – юристар, иҡтисадсылар йылытыу энергетикаһы өлкәһендәге белгестәрҙән комиссия йәлеп итергә хәл иттеләр. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә комиссия гигакалория структураһын, йылытыуға тарифтарҙың үҙгәреү шарттарын һәм киләсәктә тарифтар иҫәбе ваҡиғаһын аңлауға килтереүсе башҡа факторҙарҙы ҡарап сығырға тейеш.
Читайте нас: