Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һандар һөйләй
6 Апрель 2021, 10:00

Эштә һәләк булғандар йәл…

Ҡала хакимиәтендә производствола үлем осраҡтары тураһында һүҙ алып барҙылар.

Атап әйткәндә, 1 апрелдә хеҙмәт һағы һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге буйынса координацион советы ултырыш уҙҙы. Хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Юрий Тротт үткән йылдың үкенесле статистикаһы менән таныштырҙы.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, 2020 йылда ҡала предприятиеларында 4 ауыр бәхетһеҙ осраҡ булған. Үлем менән тамамланған бәхетһеҙ осраҡтар «ЖилФондУборка» яуаплылығы сикләнелгән йәмғиәттә, «Башҡорт Сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәтендә, «УРБ» яуаплылығы сикләнелгән йәмғиәттә теркәлгән. Мәҫәлән, үткән йылдың 23-се ноябрендә «Авангард» ФКП-ла күмәк бәхетһеҙлек осрағы була, һөҙөмтәлә 2 кеше һәләҡ була, был хәл буйынса әле булһа тикшереү дауам итә..
Ә 2021 йылдың өс айы арауығында 2 бәхетһеҙлек осрағы була: 23 февралдә Башҡорт сода компанияһында лаборатория бүлмәһенән сығып килгән хеҙмәткәр иҙәндәге аҡтарылған кафель плиткаһына абынып йығыла һәм башы менән барып төшә.. Үкенескә ҡаршы ул эштәге коллегаларын «һатмаҫ» өсөн шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итмәй, икенсе көндө генә травпунткка барып көнкүрештә йәрәхәтләндем тип больничный астыра. Дауаханала мейе һелкенгәнде белгәс кенә, яңынан ғариза яҙа, әле тикшереү бара. Ә бит шулай эш урындарында зыян күреп тә йәшереп ҡалған осраҡтар аҙмы ни беҙҙә? Шулай уҡ «Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты»ндағы ваҡиғала бик аяныслы. Бында 14 мартта хәле насарайып 57 йәшлек водитель һәләҡ була. Ә 2019 йылда ҡала предприятиялары буйынса барлығы 10 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән һәм 4 кеше үлгән булған.. Бәхетһеҙ осраҡтары булған предприятиелҙың эше ҡәнәғәтләнерлек түгел тип билдәләнде..
Шулай уҡ РФ социаль страховкалау фонды аҡсаларын ойошмаларҙың производство травматизмын һәм эшселәрҙең һөнәри сирҙәрен кәметеү буйынса тотоноу мөмкинлеге тураһында Надежда Дорохова бәйән итте. Сарала шифаханаларға юлламаларҙы бүлеүҙе авгусҡа тиклем һуҙмаҫҡа тигән ишара ла булды. Ҡала предприятиеларының алыштырғыһыҙ профком рәйесе Таһир Ғәйетҡолов предприятиеларҙа профсоюз ойошмалары булдырыу - бәхетһеҙ осраҡтарҙы булдырмаҫҡа булышлыҡ итә, тине. Профсоюз ойошмаларының булыуы эш урындарын тәртиптә тотоуға, эшсе синыфтың хоҡуҡтарын яҡлауға ҡоролған бит. Шуға күрә уның һүҙҙәрендә лә хаҡлыҡ барҙыр, моғайын.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Владимир ПАРФИРОВ фотоһы.
Читайте нас: