Үткән өс айҙа республикала юлдарҙағы соҡорҙарға бәйле 351 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Ошо һәм башҡа етешһеҙлектәр сәбәпле (урам һыҙаттары тейешенсә яҡтыртылмай, знактар ҡуйылмай һ.б.) 34 үлем осрағы булған, 471 кеше тән йәрәхәттәре алған.
ЮХХДИ юлдарҙағы етешһеҙлектәр тураһында урындағы власть органдарына, тейешле хеҙмәттәргә 9 мең иҫкәртмә биргән. Уны үтәмәгән өсөн вазифалы кешеләргә 20 меңдән алып 300 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Шулай булһа ла, йыш ҡына ЮХХДИ-ның иҫкәртмәһе буйынса саралар күрелмәй. Бының сәбәбе – аҡса етмәүҙә. Транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков билдәләүенсә, яңы юлдар һалыуға, булғандарын ремонтлауға норматив буйынса тейешле финанстың тик 46 проценты ғына бирелә икән.