Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һандар һөйләй
3 Июнь 2021, 09:50

ИҢ БАЙ ӨС МИНИСТР

Башҡортостан Хөкүмәте министрҙары 2020 йылда алған үҙ килемдәре тураһында декларация бирҙе.

Күренеүенсә, иң күп аҡсаны төҙөлөш һәм архитектура министры Рәмзил Күсәрбәев эшләгән – 15,3 млн һум. Уның эсенә һатҡан фатир хаҡы ла инеп китеүен билдәләргә кәрәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: министрға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған һәм ул әле һаҡ аҫтында.
Икенсе урында йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов тора - 9,2 млн һум килем алған. Ул да ере менән йортон һатҡан булған.
Өсөнсө позицияны 8,1 млн һум килеме менән сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев биләй. Күрәһең, был сумма – уның йыллыҡ эш хаҡы. Сөнки башҡа аныҡлауҙар килтерелмәй.
Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: