Электр энергияһына тариф быйыл 1 июлдән 5 процентҡа арта, газ 3 процентҡа ҡиммәтләнә, башҡа коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ шулай уҡ уртаса 3 процентҡа арта. Газға уртаса хаҡ: 1 кубометр өсөн – 7,64 һум, электр энергияһының киловатт-сәғәте – 3,5 һум, һыу менән тәьмин итеүге һәм канализацияға – 1 кубометрға – 27,5 һум, йылылыҡ гигакалорийға 2148,26 һум тәшкил итәсәк.
Рәсәйҙә хаҡтар артыуҙың сәбәптәре билдәле булды. Был сәбәптәрҙе Рәсәй Үҙәк Банк башлығы, яҡташыбыҙ Эльвира Нәбиуллина атаны.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, бөтәһе лә һорау менән тәҡдимдең айырмалығында. Ул шулай уҡ хаҡ инфляцияның июнь айында һуңғы биш йылда тәү тапҡыр 6 процентҡа күтәрелеүен билдәләп үтте. Был хәл Үҙәк Банкты аҡса-кредит сәйәсәтен ҡатыраҡ тотоп, инеш ставкаһын өс тапҡыр күтәрергә, хатта икенсе тапҡырында 0,5 процентҡа арттырырға мәжбүр итте. Хаҡтарҙы кәметеү етештереүселәргә производстволарын киңәйтергә дәрт өҫтәмәй, тип тә өҫтәне ул. Тик бына хаҡтар артыуы ла дәрт өҫтәмәй бит әле, халыҡтың дарманын да кәметә...
Элегерәк хаҡтар артыуын эре энергетик компаниялар етештергән яғыулыҡҡа бәйләйҙәр ине. Хәҙер иһә донъяның бөтә илдәрендә лә хаҡтар артыуын климат үҙгәреүе менән көрәш буйынса программаларға бәйләп аңлаталар.