Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һандар һөйләй
11 Ғинуар 2022, 12:29

«Дәүләт хеҙмәттәре» порталында Башҡортостандан 127, 6 мең кеше теркәлгән

2021 йылда Башҡортостанда «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында 127, 6 мең кеше теркәлгән. Республикала электрон ресурсты иҫәпкә алыу яҙмаларының дөйөм һаны 1 835 756-ға етте. «Дәүләт хеҙмәттәре» порталына күберәк 19 йәштән 46 йәшкә тиклемге кешеләр мөрәжәғәт итә. Был республикала теркәлгән бөтә иҫәп яҙмаларының 51 проценты. 2021 йылда иң популяр хеҙмәт - табипҡа яҙылыу, уның буйынса 4,6 миллиондан ашыу ғариза бирелгән. Шулай уҡ коронавирусҡа ҡаршы прививка тураһында сертификат алыусылар күп.

«Дәүләт хеҙмәттәре» порталында Башҡортостандан 127, 6 мең кеше теркәлгән
«Дәүләт хеҙмәттәре» порталында Башҡортостандан 127, 6 мең кеше теркәлгән

2021 йылда Башҡортостанда «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында 127, 6 мең кеше теркәлгән. Республикала электрон ресурсты иҫәпкә алыу яҙмаларының дөйөм һаны 1 835 756-ға етте. Был хаҡта Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Дәүләт идарағының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин белдерҙе.

- Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр системаһын яңыртыу – министрлыҡ эшенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе, – тине ул. – Бер нисә техник ҡарар индереү һөҙөмтәһендә был йүнәлештә ярайһы алға киттеш бар.

 Әйтәйек, 2021 йылда Башҡортостан халҡы өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында 103 яңы электрон хеҙмәт күрһәтелә башланы. Бынан тыш, ведомство-ара хеҙмәттешлекте камиллаштырыуға ҙур иғтибар бирелде.

Геннадий Разумикин белдереүенсә, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталына күберәк 19 йәштән 46 йәшкә тиклемге кешеләр мөрәжәғәт итә. Был республикала теркәлгән бөтә иҫәп яҙмаларының 51 проценты. 2021 йылда иң популяр хеҙмәт - табипҡа яҙылыу, уның буйынса 4,6 миллиондан ашыу ғариза бирелгән. Шулай уҡ коронавирусҡа ҡаршы прививка тураһында сертификат алыусылар күп.

2022 йылдаға эш пландарына туҡталып, Геннадий Разумикин министрлыҡтың электрон форматҡа күсереү өсөн яңы  хеҙмәттәр исемлеге төҙөүен әйтеп үтте. 2023 йылда социаль әһәмиәтле төп хеҙмәттәрҙең 95 проценты электрон форматта күрһәтелергә тейеш.

Башҡортостан Башлығы Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы коллективына һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров Хөкүмәткә министрлыҡ һәм ведомстволарҙың эшмәкәрлеген һанлаштырыу буйынса докладтар графигын әҙерләргә ҡушты. Был мәсьәләләр аҙналыҡ оператив кәңәшмәләрҙә тикшереләсәк.

– Министрлыҡ 2021 йылда һөҙөмтәле эшләне, етди ҡаҙаныштар бар, - тине төбәк етәксеһе. – Быйыл беҙ, халыҡ мәнфәғәттәренән иҫәпкә алып, һанлаштырыу мәсьәләһенә айырыуса иғтибар бүләсәкбеҙ.

 

https://glavarb.ru/bash/press_serv/novosti/149246.html

 

«Дәүләт хеҙмәттәре» порталында Башҡортостандан 127, 6 мең кеше теркәлгән
«Дәүләт хеҙмәттәре» порталында Башҡортостандан 127, 6 мең кеше теркәлгән
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: