Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һандар һөйләй
12 Ғинуар 2022, 21:43

244 көн эшләйбеҙ, 121 көн ял итәбеҙ

Көн дә ял, көн дә байрам. Һандарға иғтибар итһәк, шулай килеп сыға. Биш көнлөк эш аҙнаһы буйынса һанағанда быйыл 121 көн ял буласаҡ, бынан тыш отпускалар ҙа бар бит әле. Ҡасан ял тағы ял итәбеҙ, киләһе оҙайлы ялдар ҡасан булыр?

244 көн эшләйбеҙ, 121 көн ял итәбеҙ
244 көн эшләйбеҙ, 121 көн ял итәбеҙ
2022 йылда беҙҙе тағы 5 оҙайлы ял көтә. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан 6 марттан 8-енә тиклем ял итәбеҙ, ә 5 мартта (шәмбе) эшләргә тура килер. Ә бына 23 февраль шаршамбыға тура килә, шуға был байрамда оҙайлы ялдар булмай.

1 һәм 2 ғинуар шәмбе һәм йәкшәмбегә тура килгәс, улар 3 һәм 10 майға күсерелә. Шуға 30 апрелдән 3 майға һәм 7 майҙан 10-ына хәтлем ял итәбеҙ.

- 6-8 мартта,

- 30 апрелдән 3 майға,

- 7 майҙан 10-ына тиклем,

- 11-13 июндә,

- 4-6 ноябрҙә ял итәбеҙ.


 
244 көн эшләйбеҙ, 121 көн ял итәбеҙ
244 көн эшләйбеҙ, 121 көн ял итәбеҙ
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: