Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һандар һөйләй
24 Ғинуар 2022, 15:10

Мәктәп уҡыусылары араһында коронавирус менән сирләүселәр күбәйгән.

БР Хөкүмәтендәге  бөгөнгө кәңәшмәлә төбәк мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин әйтеүенсә, мәктәптәрҙә уҡытыу башланғандың беренсе аҙнаһынан һуң коронавирус менән сирләүсе уҡыусыларҙың һаны артҡан.

Мәктәп уҡыусылары араһында коронавирус менән сирләүселәр күбәйгән.
Мәктәп уҡыусылары араһында коронавирус менән сирләүселәр күбәйгән.

«24 мәктәптә 36 класс дистанциялы белем биреүгә күсерелгән. Уҡыусыларҙың дөйөм һанынан 0,07 проценты сирләй, - тине ведомство вәкиле. - Үҫеш айырыуса Өфөлә һиҙелә. "Роспотребнадзор" менән эшләйбеҙ һәм балаларҙы үҙ ваҡытында «удалёнка»ға ебәрәбеҙ. Балалар баҡсалары буйынса хәлдәр тыныс».

БР башлығы Радий Хәбиров республикала йәшәүселәргә үҫмерҙәрҙе вакциналау тураһында аңлатыу эштәре алып барыу мөһим тип белдерҙе. Төбәккә вакцина 2800 доза күләмендә ҡайтарылған.

«Беренсе аҙнаны беҙ эш режимында үткәрҙек. Артабан да шулай дауам итәсәкбеҙ», - тип төбәк етәксеһе һыҙыҡ аҫтына алды.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: