Аналитиктар тикшеренеүҙәренә ярашлы, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу иң юғары эш хаҡы алған эшмәкәрлек өлкәһе булып ҡала, унда уртаса айлыҡ эш хаҡы 103 701 һум тәшкил итә. Өс лидер иҫәбенә шулай уҡ түбәндәгеләр инә:
- мәғлүмәт һәм элемтә секторы (93 786 һум);
- профессиональ, фәнни һәм техник эшмәкәрлек (86 081 һум);
- финанс секторы һәм страховкалау (82 813 һум).
Иң түбән эш хаҡы ҡунаҡхана бизнесы һәм йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә теркәлгән – бөтәһе 39 727 һум.
Аналитиктар эшкәртеү производстволарына айырыуса иғтибар бүлә, ул иң ҙур сектор булып тора. Бында уртаса эш хаҡы 78474 һумға еткән, шул уҡ ваҡытта кокс һәм нефть продукттары етештереү тармағында был күрһәткес 112534 һум тәшкил итә.
Р.ҒАЯЗОВА.