Ашҡаҙар
+18 °С
Дождь
Һандар һөйләй
15 Июня , 08:38

СТӘРЛЕТАМАҠТА ЭШ ХАҠЫ КҮПМЕ?

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың ҡала округтары араһында эш хаҡы кимәле буйынса дүртенсе урында.

СТӘРЛЕТАМАҠТА ЭШ ХАҠЫ КҮПМЕ?СТӘРЛЕТАМАҠТА ЭШ ХАҠЫ КҮПМЕ?
СТӘРЛЕТАМАҠТА ЭШ ХАҠЫ КҮПМЕ?

Башстат 2026 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса республиканың муниципаль берәмектәре һәм ҡала округтары араһында эш хаҡы тураһында мәғлүмәттәр баҫтырҙы. Унда урта һәм эре ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡтары (бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын иҫәпкә алмағанда) күрһәтелгән.
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда барлығы һигеҙ ҡала  араһында Стәрлетамаҡ дүртенсе урынды биләй. 2026 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса ҡалала уртаса эш хаҡы 73 614,4 һум тәшкил иткән.
Ҡала округтары араһында беренсе урында – Өфө, бында әйтелгән осор өсөн уртаса эш хаҡы 94 163,7 һум булған. Икенсе урынды Салауат биләй – 86 998,3 һум, өсөнсө урында Октябрьский ҡалаһы – 76 834,1 һум.
Стәрлетамаҡтан һуң, бишенсе урында, Күмертау – 72 107,9 һум. Артабан Нефтекама – 71 323,3 һум. Етенсе урында Ағиҙел – 69 227,3 һум. Һуңғы урында Сибай – 66 197,8 һум.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас