Ашҡаҙар
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
14 Февраль 2020, 16:15

Илдә бола күтәрергә маташҡандар

10 февралдә Волга буйы федераль округы хәрби суды (Һамар ҡалаһы) Рәсәйҙә тыйылған «Сеть» исемле террористик ойошмаға ҡарата алып барылған енәйәт эше буйынса ете кешене хөкөмгә тарттырҙы. Енәйәтселәр 6 йылдан алып 18 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителде.

Тикшереү барышында билдәле булыуынса, «Сеть» террористик ойошмаһы 2016 йыл уртаһында формалаша, уның структураһында тороусылар интеллектуаль мөмкинлектәренән сығып иерархия буйынса ролдәргә бүленгән булған. «Сеть» бер нисә террористик ойошманан торған.
Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенән билдәле булыуынса, ойошма 2018 йылдың 18 мартында үткән Рәсәй Федерацияһы президентын һайлауҙар һәм 2018 йылдың йәйендә футбол буйынса донъя чемпионаты алдынан теракттар әҙерләгән. Ҙур саралар ваҡытында теракттар яһап, тотош ил буйынса бола күтәрелеүен күҙаллаған, тап ошо мәлдә улар хәрби көс менән хөкүмәтте үҙ ҡулдарына алырға ниәтләгән. Енәйәт эше фигуранттарының ҡайһы берҙәрендә шартлатҡыс ҡорамалдар, гранаталар, пистолет һәм карабиндар булған, тикшереү барышында улар тартып алған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың 8 апрелендә Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте Мәскәү округы хәрби суды ҡарары буйынса «Сеть» ойошмаһын террористик төркөмдәр рәтенә индерҙе һәм Рәсәйҙә тыйҙы. ТАСС мәғлүмәттәре буйынса, Пчелинцев – 18 йылға, Шакурский – 50 мең һум штраф һәм 16 йылға, Чернов 14 йылға ҡаты режимдағы колонияға ебәреләсәк. Иванкин, Кульков, Куксов һәм Һағынбаев дөйөм режимдағы колонияға 13, 10, 9 һәм 6 йылға оҙатыласаҡ. Хөкөм итеү ҡарарында енәйәт эшендә ғәйепләнеүселәргә террористик ойошмала ҡатнашҡандары өсөн РФ ЕК-ның 205.4 статьяһы һәм тағы ла законһыҙ ҡорал һатып алыу, һаҡлау һәм бергә йөрөтөү буйынса 222-се статьяһы, наркотик матдәләр яһау һәм һатыу өсөн 228.1 статьяһы һәм Пчелинцевҡа тағы ла 2011 йылда Пенза хәрби комиссариаттарының береһен «Молотов коктейле» ярҙамында яндырырға маташҡаны өсөн 167-се статья ла өҫтәлгән.


Читайте нас: