Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
5 Март 2020, 17:58

ТЕРРОРИСТАРҒА АҠСА КҮСЕРЕП ЯТҠАНДАР

Көняҡ округы хәрби суды өс ирҙе терроризмды финанслаған өсөн ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына 9 һәм 14 йыл срокка хөкүм иткән. Был турала ТАСС агентлығы хәбәр итә.«Мирзамет Букаров, Рамазан Алиев, Абулғайтан Рәджәбов ғәйепле тип танылды. Букаровҡа - 14 йыл, Алиевҡа – 9, Рәджәбовҡа – 10 йыл ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү калонияһына йүнәлтеү хөкөмө сығарылды», - тип хәбәр итә суд вәкиле.

Суд 2017 һәм 2018 йылдарҙа Букаровтың Рәсәйҙә тыйылған «Ислам Дәүләте» террористик төркөмө ағзаларына бер нисә тапҡыр аҡса күсереүен билдәләгән. Бынан тыш, террористарҙы финананслауға ул үҙенең иптәштәрен - Алиев һәм Рәджәбовты, үҙенең туғандарын да йәлеп иткән. Тәфтишселәр асыҡлауынса Букаровтың туғандары эштең ниҙә икәнен аңламағандар ҙа.
Букаров, Алиев һәм Рәджәбовтың терроризмды финанслауы 2019 йылдың ғинуарында туҡтатыла. Ирҙәр сығышы менән Дағыстандан булалар. Букаров Красноярск крайында, Алиев һәм Рәджәбов Адыгеяла йәшәгәндәр. Ғәйепләнеүселәр ғәйебен танымаған.
Читайте нас: