Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
17 Март 2020, 18:00

Террорсыларға аҡса күсергәндәр

Көняҡ округы хәрби суды өс ирҙе терроризмды финанслаған өсөн 9, 10 һәм 14 йылға хөкүм иткән.

Суд 2017 һәм 2018 йылдарҙа уларҙың Букаров фамилиялыһының Рәсәйҙә тыйылған “Ислам дәүләте” террористик төркөм ағзаларына бер нисә тапҡыр аҡса күсереүен билдәләгән. Бынан тыш, террорсыларҙы финананслауға ул үҙенең иптәштәрен – Алиев менән Рәджәбовты, туғандарын да йәлеп иткән. Тәфтишселәр асыҡлауынса, Букаровтың туғандары эштең ниҙә икәнен аңламағандар ҙа. Букаров, Алиев һәм Рәджәбовтың терроризмды финанслауы 2019 йылдың ғинуарында туҡтатыла. Ирҙәр сығышы менән Дағыстандан була. Ғәйепләнеүселәр ғәйебен танымаған.
Читайте нас: