Ашҡаҙар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
22 Апрель 2020, 15:03

ТӨМӘНДӘГЕ МӘКТӘПКӘ ҺӨЖҮМ КИСЕКТЕРЕЛГӘН.

Төмән өлкәһендә уҡыу йортона ҡораллы һөжүм әҙерләгән 2001 йылғы йәш кешене ҡулға алғандар, был турала Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең йәмғиәт менән бәйленеш булдырыу үҙәге хәбәр итә.

Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса, Төмән районының 18 йәшлек гражданины апрель айында мәктәптәрҙең береһенә ҡораллы һөжүм әҙерләгән.
Йәш кешенән патрондары менән ҡуша һунарсылар мылтығы, ике һунарсылар бысағы, аммияк селитраһы, бәйләнеш ҡорамалдары һәм яһалма шартлатҡыс яһарға өйрәтеүсе интернет-инструкциялар алынған. Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте хәбәр итеүҙәренсә, ғәйепләнеүсенән һәм шаһиттарҙан алынған һорау алыу енәйәт эше әҙерләнгәнен дәлилләй.
Ғәйепләнеүсегә ҡарата 30 статьяның 1-се өлөшө һәм 105 статьяның икенсе өлөшөндәге «а», «е» пунктары (Йәмғиәткә ҡурҡыныс янап ике һәм унан да күберәк булған кешеләрҙе үлтерергә әҙерләнеү) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге мәлдә йәш кешегә ҡарата хөкөм сығарыу тураһындағы һорау ҡарала.
Читайте нас: