Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
15 Июнь 2020, 16:55

ВОЛГОГРАДТА МӘКТӘПКӘ ҺӨЖҮМ ӘҘЕРЛӘҮСЕ ҮҪМЕР ҠУЛҒА АЛЫНҒАН

Волгоградта мәктәпкә бомба ҡулланып һөжүм яһарға әҙерләнгән ун биш йәшлек үҫмерҙе ҡулға алғандар. Тәфтишселәр, үҫмергә һөжүм ойоштороуға ярҙам итеүселәр булыуын күҙ уңында тота, был турала Рәсәй тәфтиш комитетының Волгоград өлкәһе буйынса идаралығы хәбәр итә.

Тәү мәғлүмәт буйынса үҫмер мәктәпкә һөжүмде конфликт арҡаһында әҙерләгән. Шул уҡ ваҡытта, ул үҙе яндырыу шыйыҡсаларын кеше булмаған урындарҙа яндырып күңел асыу өсөн әҙерләүе тураһында белдерә.
«Бәлиғ булмаған ғәйепләнеүсе һүҙҙәренсә, үҫмер һөжүмде күңел асыу өсөн генә әҙерләмәгән һәм Волгоград эргәһендәге кеше йөрөмәгән буш урындарҙа ҡулланырға теләгән. Әммә тәфтишселәр уҡыусының мәктәпкә һөжүм итергә әҙерләнеүен күрһәтеүсе нигеҙҙәр барлығын белдерә, бынан тыш һөжүм һөҙөмтәһендә мәктәптең бер хеҙмәткәре һәм конфликт булған уҡыусының ғүмере һәм башҡа кешеләрҙең ғүмере өҙөлөргә тейеш булған», - тигән фекерҙә тәфтиш комитеты.
Ғәйепләнеүсе йәшәгән фатирҙы тикшергән мәлдә яһалма шартлатыу ҡоралламаһы, уны яһау өсөн компоненттар һәм шартлатыуҙа төрлө яҡҡа сәсрәп күберәк кешене яралау өсөн ҡулланылған металдан эшләнгән элементтар, ҡулланыуға әҙер булған яндырыу шыйыҡсалы 18 шешә табыла.
Үҫмергә законһыҙ шартлатыу ҡорамалдары һәм шартлаусы матдәләр яһау, ике һәм унан да күберәк булған кешене үлтерергә әҙерләү буйынса ғәйепләү сығарылған.
«Ҡуҙғатылған эш буйынса шаһит булыусылар тәфтишселәргә ғәйепләнеүсенең үҙе яһаған шартлатыу ҡорамалдарын һынау ойошторған урындарҙы күрһәткән. Ул урындарҙы тикшереү барышында шартламай ҡалған яһалма шартлатыу ҡоролламаһы һәм зыян килтереүсе элементтар табыла», - тип хәбәр итәләр тәфтиш комитетынан.
Читайте нас: