Ашҡаҙар
-8 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
19 Август 2020, 14:07

Нефтекамала террор туҡтатылған

Үткән аҙнала Нефтекама ҡалаһында хакимиәт бинаһын яндырып һөжүм итергә әҙерләнгән ирҙе ҡулға алғандар. Был турала Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итә.

Ҡулға алыныусы 30 йәшлек ир ошо уҡ ҡалала тыуып үҫкән. Оператив мәғлүмәт буйынса, ул үҙ ҡулдары менән шартлатҡыс эшләгән. Уның ярҙамында урындағы хакимиәт һәм Баш РТС биналарына ут төртөргә планлаштырған.
Енәйәтсе дәүләт власы органдарының эшенә ҡаршы бола күтәрергә теләгән һәм интернет селтәрендә әлеге конституция ҡоролошона ҡаршы протест ойошторорға саҡырған.
Федераль именлек хеҙмәте идаралығынан белдереүҙәренсә, ҡулға алыныусы тәфтишселәрҙең һорауҙарына яуап биргән, ул йәшәгән ерҙән компьютер һәм элемтә саралары тартып алынған.
Читайте нас: