Был террористик акттар масштабы һәм ҡанһыҙлығы менән бөтә донъяны хайран итте. Нью-Йоркта самолеттар бәрелгәндән һуң, данлыҡлы игеҙәк небоскребтар – Халыҡ-ара сауҙа үҙәгенең 100-әр ҡатлы биналары емерелеп төштө. Улар урынында хәҙер мемориал булдырылған. Ваҡиға өсөн яуаплылыҡты “Аль-Каида”террористик төркөмө үҙ өҫтөнә алған. Америка Ҡушма Штаттарында йыл һайын 2001 йылдың 11 сентябрендә һәләҡ булыусыларҙы иҫкә алыу уңайынан тынлыҡ иғлан ителә..