Ашҡаҙар
+8 °С
Ясно
Антитеррор
12 Ноября 2020, 15:40
Теракт ойошторорға йыйынған
Башҡортостан кешеһе самолет бортында ҡулға алынған. Эске эштәр министрлығы хоҡуҡ һаҡлау органдарына биргән мәғлүмәттәр буйынса, Шереметьево аэропортында Мәскәү-Петропавловск-Камчатский рейсы менән барған самолет бортында ғәҙәти булмаған пассажир, теракт яһайым тип ҡурҡытып, пилоттарҙың кабинаһына үтеп инергә маташа.
Добавить в предпочтительные источники Google
“Иҫкәртеүҙәргә иғтибар итмәгән ир ҡулға алынды һәм сик подразделениеһына илтеп тапшырылды. Бортта тикшереү уҙғарғанда ҡурҡыныс янаған әйберҙәр табылманы”, – тип хәбәр ителә асыҡ сығанаҡтарҙа.
Аҙаҡтан асыҡланыуынса, янъял ҡуптарыусы 24 йәшлек киҫекһеҙ әҙәм Башҡортостандан булған. Террористик атака тураһында күрәләтә ялған хәбәр еткергәне өсөн уға ҡарата РФ Енәйәт Кодексының 207-се статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"