Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
24 Ноябрь 2020, 19:30

Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә

Мәскәү метроһындағы теракттар өсөн полиция полковнигын хөкөм иттеләр.

Дағыстандың полиция полковнигы Ғази Исаев Мәскәү метроһына үлемдар ҡатынды килтереүҙә ғәйепләнә. Был хаҡта ТАСС хәбәр итә.
Бынан тыш ул Рәсәйҙә тыйылған «Имарат Кавказ» енәйәт ойошмаһында торған һәм уның етәкселәренә полицияның барлыҡ махсус операциялары хаҡында мәғлүмәт биргән булған. Ә 2010 йылдың 29 мартында ике террорсы үлемдар ҡатын Мәскәүҙең «Лубянка» Һәм «Мәҙәниәт паркы» метроларында теракт башҡарған. Ул саҡта терактта 41 кеше һәләҡ булған, 88 кеше зыян күргән.
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә тигәндәй, яуызлыҡ барыбер язаһын алды.
Читайте нас: