Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, террор ғәмәлендә 8 кеше, шул иҫәптән 7 бала һәләк булған. Ҡала дауаханаларына 21 кеше , шуларҙан 18 бала оҙатылған. Алтауһының хәле ауыр, улар реанимация бүлегенә урынлаштырылған.
Ҡаҙан ҡалаһында теракт арҡаһында мәктәптәрҙәге икенсе смена кисектерелгән. Татарстандың террорға ҡаршы ултырышы үтәсәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та республиканың бөтә мәғариф учреждениеларында хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеүҙе йөкмәтте.
Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы"журналы