Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
4 Апрель , 10:18

Стәрлетамаҡ “Башҡорт”тон фәрештәләр һаҡлап ҡала

...Штурмлаусы төркөм 13.30 сәғәттә алға ҡуҙғалып китә. Тәүге йөҙ метрҙай араны йүгереп үтеп кенә өлгөрә улар, дошман ут яуҙыра башлай. Алдан уҡ әҙерләнеп көтөп ултырған булғандар. “Ике егетте шунда уҡ юғалттыҡ, тағы икәү яраланды”, – тип хәтерләй “Башҡорт” позывнойлы бүлек командиры, рядовой Азат К. Ул алдан йүгереп барған Һарытау өлкәһе егете “Рябик”тың ҡысҡырыуын ишетә.
Уның аяҡтарына ике автомат пуляһы килеп тейгән була. Аяҡтары йәрәхәтләнгән булһа ла, урынында уҡ аумай, аффект хәлендә НАТО миномёты снарядынан уйылған соҡорға йүгереп барып төшә. Азат та һыҙғырып торған пулялар араһынан, яуаплап ата-ата йүгерә.

“Шул саҡ ҡайһы яҡтан атҡандарын күрҙем...”

“Мин уларҙың ҡайҙан атҡандарын күрҙем, – тип иҫенә төшөрә ул. – Илле метр тирәһе ара ине, ныҡ йыраҡ түгел, эргәлә генә. Ҡараһам, сит яҡтан йәш яугир дошман яғына табан йүгерә. Шок йәки контузия хәлендә буталған күрәһең. Мин уға: “Ҡайҙа киттең? Кил бында!” – тип ҡысҡырып өлгөрҙөм. Шул саҡ һулдан, бронежилеттан саҡ ҡына өҫтәрәк муйындан аҫтараҡ, үҙемдең күкрәкте үтәнән-үтә пуля бәреп сыҡты...” Был “Башҡорт”тоң өсөнсөгә яраланыуы була. Һәм һуңғыһы ла түгел. Беренсе яраланыуын ул, яраланыу тип тә иҫәпләмәй. Күберәк яңғылыш килеп сыҡҡан осраҡ, “Хаймерс”тың ярсығы пропеллер кеүек өйрөлөп килеп уның танау осона килеп тейә. Яра ҙур булмаһа ла, йәрәхәтләнгән урындан аҡҡан ҡандың күплеге танауын өҙөп бәргәндәй булып тойолған. Икенсе яраны аяғына килеп тейгән ярсыҡ ҡалдыра.

Яуызлыҡ менән көрәш

Азат К. махсус хәрби операция зонаһына юлланғанға тиклем шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән була. Хәрби хеҙмәт бурысын эске хеҙмәт ғәскәрҙәре рәтендә үтәй, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә лә ҡатнаша.
Демобилизациянан һуң тыуған ауылына ҡайтып тормай, Стәрлетамаҡта төпләнергә була. 2022 йылдың май аҙаҡтарында үҙ теләге менән “Ахмад” батальонына ҡушыла. Грозныйҙан уларҙы Гудермес ҡалаһына Рәсәйҙең махсус тәғәйенләнештәге отряд университетына әҙерлек үтергә ебәрәләр. Артабан ул Луганск Халыҡ Республикаһында Северодонецкиға фронтҡа барып инә.
“Быға тиклем контртеррористик операцияларҙы ысын һуғыш тип иҫәпләй инем, – ти ул. – Ләкин махсус хәрби операция зонаһында һуғыш бөтөнләй икенсе булып сыҡты. Бындай һуғышты мин бығаса күргәнем дә булманы...”
Беренсе командировканан йөрөп ҡайтҡас (ул саҡта контракт ҡыҫҡа ваҡытҡа – 3 айға тиклем төҙөлә), Азат үҙенең шәхси эшмәкәрлек йүнәлешен үҙгәртергә була, хатта ҡуртымға ер биләмәһе лә ала. Турбаза төҙөргә ниәтләй. Әммә фронттан һәләк булып ҡайтҡан һалдаттар тураһында хәбәрҙәр килеп торғас, күңеле сыҙамай, йәнә махсус операция биләмәһенә юллана. Был аҙымға уны яҡшылыҡ менән яуызлыҡ көрәше барғанын аңлау этәрә. 2023 йылдың 17 мартында ул ҡабат Грозныйға юллана. 28 март Донецк Халыҡ Республикаһына барып төшә, был ваҡытта унда Марьинканы алыу буйынса оҙайлы операция башланған була.

Дрон уны һынаған

...Азат алға атыла. Туҡтап ҡалыу – һәләк булыу тигәнде аңлата. “Барыһы ла бөттөмө әллә?! Йығылмаһам ғына ярар ине! Тик үпкәгә генә теймәһен. Бына шулай! Мин тын алам. Үпкәм хырылдамай, тимәк, үпкәгә теймәгән...” Яртылаш һыу менән тулған мина соҡорона ҡолап төшә. Дошман бар ҡоралдан атыуын дауам итә, автоматик гранатомёттарҙан яуҙыра. 120-се миномёт шартлауҙары яңғырай. Саң-туҙан бағаналары күтәрелә. “Башҡорт”, берешәр пулялар менән яуаплап, патрондарын бушҡа сарыф итмәҫкә тырыша.
Шул саҡ кемдер сикәһенең һул яғына күҫәк менән килтереп һуҡҡандай була. Һуңынан уға, был снайпер пуляһы НАТО-ның 5,56 калибры, тип әйтәсәктәр. Пуля, тимер шлемды тишеп, башына үтеп инә. Үҙе бер ниндәй ҙә ауыртыу тойоп өлгөрмәй, бер нисә секундҡа аңын юғалта.
Иҫенә килгәс, һул күҙенә һуҡырайғанын аңлай. Күҙе ағып төшөп килгәндәй тойолғас, усы менән ҡаплап тота. Күҙе ағып сыҡмай, арҡаһына боролоп ята. Ярты минуттай ғазапланып ятҡас, күҙ алдары асыла, күрә башлай...
Соҡорҙан сығыуҙан мәғәнә булмай. Граната ырғыта башларҙар йәки әсирлеккә алырға мөмкиндәр. Ике гранатаны ла шартлатырға әҙерләп ҡуя, автоматының магазинын яңырта. Яранан күҙ алдары семәр менән ҡапланған, тауыш буйынса ғына эргә-тирәне тойоп ята. Шул саҡ ул дошман дроны тауышын ишетеп ҡала, геүелдәүе буйынса буш икәнен аңлай. Дрон уны күреп ҡала һәм баш осонда тороп алып һынарға була, йә ҡапыл аҫҡа төшә, йә өҫкә күтәрелә. Яугир ҡыбырламай, үлгәнгә һалыша. Дошман автоматсыһы ла ниҙер һиҙгәндәй, ул ятҡан яҡҡа “профилактика өсөн” атып-атып ала. Ун минуттай ваҡыт һалдаттың түҙемлеген һынаған дрон яғыулығын яңыртырға тип осоп китә.
Был ваҡытта Азатҡа ярҙамға танкистар килеп етә. Танктың атҡан тауышы ишетелә, шул мәл снаряд уның эргәһенә килеп төшә, әммә... шартламай. Тирә-яҡта зыңлап торған тынлыҡ урынлаша. Шул саҡ егет уны фәрештәләр һаҡлап ҡалғанын аңлай һәм ошо мөмкинселектән файҙаланып, алыштан иҫән сығырға тырыша.
Һуңынан Ростов госпиталендә уның яраһын тегәләр, башынан пуля киҫәген тартып сығаралар, Әстерханға оҙаталар. Унда ул күкрәгендә “ниҙер бар” икәнен һиҙгәнен әйтә. Табиптар рентген үткәреп, бәләкәс кенә нөктә яҡтырып торғанын күреп, аптырап ҡала. Шул саҡ хирургты саҡыртып алалар, ул, оҙаҡ тырыша торғас, яранан пуля ярсығын тартып ала. “Һине Хоҙай Тәғәлә һаҡлап ҡалған, ярсыҡ бер миллиметрға ғына йоҡо артерияһына барып етмәгән”, – тип әйтә хирург. “Беләм”, – тип йылмая яугир. Әммә былар барыһы ла һуңынан буласаҡ.
Бөтә ярсыҡтарын да сығарып бөтә алмайҙар. Ете миллиметрлыҡ өҙгөләнгән пуля фрагменты башында ҡала. “Тәрән ултыра. Барып етеп булмаҫ!” – тиҙәр табиптар. Тағы ике ярсыҡ яңаҡ һөйәге аҫтында ҡала, тәжрибәле хирург, лор-табип уны сығарыр өсөн “һаҡалыңды ҡырырға кәрәк” тигән шарт ҡуя. “Башҡорт” баш тарта. “Ҡырынғас, һөйләшербеҙ”, – тип яуап ҡайтара хирург та.
“Күнекмәләр ваҡытында противогаз менән йүгергән саҡта ла мин һаҡалды ҡырманым”, – тине ул һуңынан интервью барышында. – Ярты һаҡалымды йолҡоп сығарҙым, әммә ҡырып ташларға йөрьәт итмәнем...”. Өҫтәүенә, Азаттың муйынында ниндәйҙер нөктә бар, ул магнитланмай, күрәһең, таш ярсығылыр.

“Рябик”

...Азат, яйлап ҡына йәшенгән урынынан сығып, күрше соҡорға йүнәлә. Унда, тулыһынса һыу аҫтында тиерлек, “Рябик” ятҡан булып сыға. Башы ғына күренеп тора. Дөрөҫөрәге, танауы. “Ике йөҙөнсө!” тигән уй башынан атылып үтә. Тикшереп ҡарайым әле тип уны этеп ебәрә: “Рябик!” Теге күҙҙәрен аса. “Тере?!” – тип ҡыуана яугир. “Түҙ инде. Хәҙер мин һине тартып сығарам!” Яраланған иптәшен көс-хәл менән һөйрәп сығарып ала, ул ваҡыты-ваҡыты менән иҫен юғалта бара. Ҡамыш араһына тиклем үткән егерме метрҙай ара егерме саҡырымдай тойола уларға. “Рябик”, иҫенә килгәндә, аяҡтары яралы булһа ла, дүрт аяҡлап шыуышып маташа. Ун метрлап ҡамыш араһында шыуышалар. Ун биш метр... тигәндә, дошман ишетеп ҡалып, уларға ҡарай ут аса. Пулялар һыҙғырып ҡыуаҡлыҡтарҙы киҫеп ташлай, һыу өҫтөндә фонтандар ҡалҡып сыға. Тынып ҡалырға тура килә. Ошолай бер хәрәкәтһеҙ ҡырҡ минут һыуҙа ята улар.
Артиллерия эшләй башлағас, йәнә шыуыша башлайҙар. Юл дауамында украина һалдаттарының эҙҙәренә юлығалар. Дошман дроны осоп килеп, ҡамыштар араһына ике граната ырғытып та китә.
Теймәй. Артабан шыуышалар. Йәнә дрон осоп килеп етә, тағы ике гранатаһын ырғыта, былары ла теймәй. “Беҙҙең башҡа етмәйенсә тынысланмаҫ, ахыры был ҡәбәхәт!” – тигән насар уйҙар ҙа үтеп китә. Яйлап кис етә, ҡараңғы төшә башлай. “Рябик” бөтөнләй насарая төшә, хәлһеҙләнә. Азат уны үҙе күтәреп алып барырға маташа. 50 метр ара үтерлек кенә хәле етә. “Рябик”та ауыртыуҙарға түҙә алмай, ҡысҡыра башлай. Һөйәктәргә тиклем өшөп ҡалтыранған яуҙаштар йылға ярына тиклем барып етә. Икенсе ярҙа ДНР яугирҙарының позициялары урынлашҡан, әммә Азат үҙе менән “Рябик”ты йылға аша алып сығарырлыҡ хәл тапмай һәм, уны ҡамыш менән ҡаплап, йәшереп ҡуйып, артабан үҙе генә хәрәкәт итергә була. 15 минуттан һуң ул элекке мәктәп бинаһына барып етә, тап унда үҙҙәренең яуҙаштарын осрата. Унда ла яугирҙарҙың яртыһы йәрәхәтләнгән булып сыға. Шулай ҙа, “Рябик”ты эвакуациялауға төркөм ебәрелә, тик көслө ут асҡанға күрә, улар урынға тиклем барып етә алмай. “Ныҡ өшөнөм, – тип хәтерләй “Рябик” ул мәлдәрҙе.
– Ике дошман килгәнен ишетәм”. Фонариктар менән яҡтырталар, минең яҡҡа ла яҡтырттылар, тик күрмәнеләр. Ҡамыштар менән яҡшы итеп ҡапланған инем. Таңға хәл йыйып, үҙҙебеҙҙекеләр яғына шыуышып барып еттем”. 36 сәғәттән һуң яраланған бар һалдаттарҙы ла тылға сығаралар. Марьинканы беҙҙекеләр барыбер алды! Бөгөн “Башҡорт” – ике тапҡыр махсус хәрби зонаһына барып ҡайтҡан яугир. Әммә гәзит сығып барған мәлдә Азат ошо көндәрҙә йәнә яуға юлланасағын белдерҙе. Имен-аман, Еңеү менән әйләнеп ҡайт, батыр башҡорт, батыр “Башҡорт”!

Контракт менән хәрби хеҙмәт итеү тураһында мәғлүмәтте 8 (917) 462 89-17 һәм 8 (3473)20-61-51 телефондары аша Стәрлетамаҡ һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса хәрби комиссариатта (Хоҙайбирҙин урамы, 118, 19- сы кабинет) белешә алаһығыҙ.

Фаяз ЙОМАҒУЖИН.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: