Дауаханаларҙа хәҙер 82 кеше — 55 өлкән кеше һәм 27 бала, Был хаҡта Севастополь губернаторы Михаил Развозжаев хәбәр итте кисә. Уның һүҙҙәренсә, зыян күреүселәр һаны әле тулыһынса түгел: «Кешеләр медицина учреждениеларына мөрәжәғәт итеүен дауам итә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа кешеләр шок хәлендә өйҙәренә ҡайтып китә. Үҙҙәрен насар тойғас, дауаханаға мөрәжәғәт итәләр, КТ-ла ярсыҡтар табыла. Был төндә Мәскәүҙән табиптар Владимир Путин ҡушыуы буйынса Севастополгә килә, унда украин боевиктары ҡот осҡос теракт ойоштора. Американың atacms ракеталары менән тыныс халыҡҡа һөжүм итә. Бөгөн Ҡырымда һәм Севастополдә матәм көнө.