Ашҡаҙар
+8 °С
Ясна
Антитеррор
15 Июль 2025, 06:25

Шартлы хөкөм сығарылған

Балаҡатай район-ара суды Мәсетле районында йәшәүсе 32 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Шартлы хөкөм сығарылғанШартлы хөкөм сығарылған
Шартлы хөкөм сығарылған

Ул РФ Енәйәт кодексының 115-се статьяһының 2-се өлөшө (һаулыҡҡа аңлы рәүештә еңелсә зыян килтереү), РФ Енәйәт кодексының 213-сө статьяһының 2-се өлөшө (ҡорал ҡулланып ҡылынған хулиганлыҡ) буйынса ғәйепле тип таныла. Судта асыҡланыуынса, 2025 йылдың ғинуарында төнгө ваҡытта спиртлы эсемлектәр ҡулланғандан һуң ир үҙенең танышы менән конфликт барышында уның аяғына бысаҡ менән ҡаҙай. Һөҙөмтәлә зыян күреүсенең һаулығына еңелсә зыян килтерелә. Бер аҙнанан һуң, был ир икенсе кешеләргә  янап, ИжБ-46 моделендәге һунар мылтығынан бер нисә тапҡыр һауаға ата. Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа өлөшләтә ғәйепле булыуын таный. Суд уға шартлы рәүештә 2 йыл 6 айға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләй.

Р.БАЙРАМОВА.

Шартлы хөкөм сығарылған
Шартлы хөкөм сығарылған
Автор:Римма Галимова
Читайте нас