Ашҡаҙар
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
16 Октябрь 2025, 10:45

ШУҠЛЫҒЫ БАШЫНА ЕТКӘН

Башҡортостанда йәшәүсе самолетта бомба тураһында уңышһыҙ шаяртыу өсөн түләйәсәк .

ШУҠЛЫҒЫ БАШЫНА ЕТКӘН
ШУҠЛЫҒЫ БАШЫНА ЕТКӘН

Ишембай ҡала суды урындағы халыҡтан самолет бортында уңышһыҙ шаяртыу өсөн «Ютэйр» авиакомпанияһы файҙаһына зыянды түләтә. Инцидент Когалым – Өфө рейсында була, 41 йәшлек ир бортпроводницаның рюкзакты алып ташлау тәҡдименә яуап итеп: «Һаҡ булығыҙ, бәлки, унда шартлатҡыс» тип белдерә һәм көлә. Стюардесса, инструкция буйынса эш итеп, пассажирҙың һүҙҙәренә етди ҡарай һәм полицияға хәбәр итә. Һөҙөмтәлә лайнерҙы һауа судноһын, пассажирҙарҙы һәм багажды ҡабаттан тикшереү өсөн осоу һыҙатынан туҡталҡаға кире ҡайтаралар. Бынан алда Өфө район суды ишембайлыны ғәйепле тип тапҡан һәм уға дәүләт файҙаһына 200 мең һум штраф һалған булған. Һуңынан авиакомпания 85,7 мең һум зыянды ҡаплау тураһында гражданлыҡ дәғүәһе бирә. Суд был талаптарҙы нигеҙле тип таба һәм уларҙы ҡәнәғәтләндерә. Судтың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ҡарар әлегә законлы көсөнә инмәгән.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: интернеттан алынды.

ШУҠЛЫҒЫ БАШЫНА ЕТКӘН
ШУҠЛЫҒЫ БАШЫНА ЕТКӘН
Автор: Римма Галимова
Читайте нас