Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
15 Сентября , 05:15

ҠАЛАБЫҘҘЫҢ МЕНТАЛИТЕТЫН БЕРГӘЛӘП БУЛДЫРАБЫҘ!

“Фабри” сауҙа үҙәгендә һәләтле дизайнер Регина Павлованың “Ҡала һыҙаттары” тип аталған художество эштәре  күргәҙмәһе эшләй, ул 15 октябргә тиклем дауам итәсәк.

ҠАЛАБЫҘҘЫҢ МЕНТАЛИТЕТЫН БЕРГӘЛӘП БУЛДЫРАБЫҘ!ҠАЛАБЫҘҘЫҢ МЕНТАЛИТЕТЫН БЕРГӘЛӘП БУЛДЫРАБЫҘ!
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ МЕНТАЛИТЕТЫН БЕРГӘЛӘП БУЛДЫРАБЫҘ!

Экспозиция төрлө форматлы 30 әҫәрҙе берләштерә. Уларҙың һәр ҡайһыһы ҡалабыҙҙың боронғо һәм хәҙерге йөҙөн үҙенсә асып һала. Авторҙың ижади ҡарашы аша ҡалабыҙҙың йәшәү ритмы, күңел торошо һәм характеры сағылыш таба. Күргәҙмә  Стәрлетамаҡтың  260 йыллыҡ юбилейын дауам иттереүсе  байрам саралары серияһында сағыу мәҙәни ваҡиға булып тора. Ошо уңайҙан экспозицияның авторы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Регина Маратовна,  үҙегеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырып үтегеҙ әле: ҡайһы яҡтанһығыҙ, сәнғәткә һөйөү ҡайҙан килә?

– Мин үҙем Әлшәй районында Раевка  янындағы Чехов исемендәге шифахана биләмәһендге бер ауылда тыуғанмын. Шунан Бәләбәй районына күсенгәнбеҙ.  Бәләбәйҙә урта мәктәпте уҡып бөткәс,  Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының физика-математика факультетына уҡырға индем. Хәҙерге   ӨФТУ ул саҡта академия тип атала ине. Шулай ҙа ижадҡа нығыраҡ тартылдым, рәссам булыу теләге көслөрәк булып сыҡты. Вузда уҡып йөрөрөгәндә “Сода” биҫтәһендәге 1-се балалар һынлы сәнғәт мәктәбенә (сәнғәт колледжына) уҡырға индем, йәғни, бер юлы ике ерҙә уҡый башланым. Төшкә тиклем физматта, төштән һуң сәнғәттә. Физматты уҡып бөткәндән һуң бер йыл сәнғәт буйынса  уҡыным. Шулай итеп, сәнғәт буйынса дүрт йыл уҡыным. Шунан бер аҙ уҡытыусы булып эшләп алдым, репетитор булдым, үҙемде дизайн буйынса һынап ҡараным.

– Теүәл фәндәр менән һынлы сәнғәт араһында ниндәй ҙә булһа бәйләнеш бармы?

– Һүрәт төшөрөү – ул геометрия ла, физика ла. Рәсем аша  күп ҡатламдарҙы, текстура нәфислеген күрһәтергә кәрәк. Минең ижадымда – ҡатнаш техника, йәғни, графика һәм һынлы сәнғәттең ҡушылмаһы.

Ҡала урамдарын һәм иҫтәлекле урындарҙы һүрәтләгән ижади эштәрегеҙҙән тыш, күңелегеҙгә яҡын тағы ла ниндәй шөғөлдәрегеҙ бар?

Акварель эштәрем бик күп. Ҡала образынан тыш, ҡатын ҡыҙҙар образын һынландырырға, натюрморт төшөрөргә яратам. Мин  дизайнер ҙа бит  әле. Үҙемдең коммерция эштәремдә  үҙем төшөргән иллюстрацияларҙы ҡулланам.  Шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм шихандарыбыҙ  тураһында асылмалар (открыткалар) серияһын эшләнем. Ҡала күренешен шихандар һүрәтләнән плакаттар серияһы, магниттар, стикерпактар (һүрәттәр йыйылмаһы) эшләйем. Үткән йыл “Туристик сувенир” конкурсында ҡатнашып, “Ҡала” номинацияһында беренсе урын алдым.

Тәҙрә яңаҡтарын, ҡапҡаларҙы семәрләү эшен яратып башҡарам. Былар барыһы ла тарих.

Иҫке образдар хәҙерге заман менән интеграциялана (берләштерелә). Әйтәйек, Патрикеев йорто (“Патрики”) йәки Кузнецов йорто (“Ку”). Мин үҙем төшөргән һәр иллюстрацияның аҫтына йорттоң адресын яҙып ҡуям. Мәҫәлән, “Авангард” мәҙәниәт йортоноң ҡайҙа икәнлеген белмәүселәр ҙә бар бит. Ҡыҙыҡһынған кеше барып ҡарай ала.

Тимәк, төп һөнәрегеҙ ижад менән бәйле?

Үҙем әлеге ваҡытта Рус драма театрында маркетинг бүлегендә эшләйем, афишаларҙы, репертуарҙарҙы биҙәйем, буклеттарҙа программалар эшләйем, сувенир продукцияһы биҙәйем. Әле бында өсөнсө миҙгел эшләйем. Ә уға тиклем ситтән тороп эшләнем, дизайн һәм һүрәт төшөрөү буйынса уҡыттым. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында эшләнем.

–  “Фабри” сауҙа үҙәгендә беренсе тапҡыр уҙғарылыуға ҡарамаҫтан, күргәҙмә тел тейгеһеҙ итеп ойошторолған, үҙенә генә хас зауыҡ менән биҙәлгән. Тимәк, кешеләр хәҙер әйбер һатып алыу өсөн генә түгел, ә  рухи аҙыҡ алыу өсөн дә киләсәк тигән һүҙ. Күргәҙмәне ойоштороуға һеҙ үҙегеҙ теләк белдерҙегеҙме?

Барыбыҙға ла мәғлүм булыуынса, бизнес менән ижадтың берләшеүе, йәғни креатив индустрия дәүләт ҡарары нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров креатив индустрияларҙы үҫтереү идеяһы сәйәси һәм иҡтисади маҡсаттар менән нигеҙләнгән тип билдәләне һәм төбәкте үҫтереүҙә креатив секторҙың әһәмиәтенә ҙур иғтибар бүлә.

 “Фабри” менән күптән хеҙмәттәшлек итәм, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙем. Маркетинг  буйынса техник директор  Аделя Рәхимҡолова, маркетинг бүлеге ҡыҙҙары Эльвира Яҡупова менән Екатерина  Симченко  күргәҙмәмде асырға тәҡдим иткәс, шатланым ризалаштым. Фекер алышыуҙан алып тормошҡа ашырыуға тиклем бергәләп тотондоҡ.  Ҡыҙҙар күргәҙмәне ойоштороу буйынса эште тулыһынса үҙ өҫтөнә алды. Ижадымды хуплап, шәхси күргәҙмәмде ойошторорға мөмкинселек биргәндәре өсөн ҙур рәхмәт уларға.

Әйткәндәй, Стәрлетамаҡта йыл да уҙғарылған  пленэрға саҡырһалар, ҙур теләк менән ҡатнашыр инем.

– Ҡалабыҙ халҡына теләктәрегеҙ?

– Бындай күргәҙмәләр ҡаланың мәҙәни йөҙөн билдәләй, кимәлен күтәрә. Үҙең йәшәгән урынды яратырға, рәхмәтле булырға кәрәк, шул саҡта ул да  һине яратасаҡ. Беҙ ҡаланың менталитетын  бергәләп булдырабыҙ. Шуға күрә һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тейеш.

Регина Марат ҡыҙын ошо матур, бай күргәҙмәне ойоштороуҙа ҡатнашыуы менән ҡотлайбыҙ һәм  уның ижади тормошонда уңыштар теләйбеҙ. Ҡалабыҙҙа шундай сағыу, ижади ҡарашлы һәм әүҙем шәхестәребеҙ булыу менән ғорурланабыҙ.

Ошо күргәҙмә ҙур ижади осошҡа юл алһын, һәр яңы эше илһам һәм танылыу килтерһен!

Роза ҠОБАҒОШОВА әңгәмәләште.

Автор фотолары.                                                              

ҠАЛАБЫҘҘЫҢ МЕНТАЛИТЕТЫН БЕРГӘЛӘП БУЛДЫРАБЫҘ!
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ МЕНТАЛИТЕТЫН БЕРГӘЛӘП БУЛДЫРАБЫҘ!
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ МЕНТАЛИТЕТЫН БЕРГӘЛӘП БУЛДЫРАБЫҘ!
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ МЕНТАЛИТЕТЫН БЕРГӘЛӘП БУЛДЫРАБЫҘ!
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ МЕНТАЛИТЕТЫН БЕРГӘЛӘП БУЛДЫРАБЫҘ!
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ МЕНТАЛИТЕТЫН БЕРГӘЛӘП БУЛДЫРАБЫҘ!
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ МЕНТАЛИТЕТЫН БЕРГӘЛӘП БУЛДЫРАБЫҘ!
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ МЕНТАЛИТЕТЫН БЕРГӘЛӘП БУЛДЫРАБЫҘ!
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ МЕНТАЛИТЕТЫН БЕРГӘЛӘП БУЛДЫРАБЫҘ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас