Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
11 Сентябрь 2018, 12:41

ЙӘШКӘ ҺИС ҠАРАП ТОРМАЙ ВИЧ

Стәрлетамаҡта СПИД йоҡтороусылар арта. Былтыр был ауырыу менән ҡалала 1800 кеше иҫәптә торған, быйыл ошо күрһәткес тағы ла 246 кешегә артҡан.

Уйлап ҡарағанда, әлеге вирус миңә ҡағылмай тип ҡул һелтәп ҡуйырға ла була, тик шулай алыҫта йөрөймө был сир? Иммунодефицит вирусының күсеү юлдары күптән үк билдәле булһа ла, һаман да көрәш дауам итә һәм бер ҙә кәмергә йыйынмай. Республикала, мәҫәлән, 18 мең 480 кеше, ә Рәсәйҙә 1 миллион 200 мең кеше тирәһе Вич-инфекциялы кеше иҫәпләнә.
Статистика буйынса, ҡалала киҫкен хәлгә әлегә йыраҡ, шулай ҙа был һандар артында күпме ҡыйылған ғүмерҙәр, емерелгән ғаиләләр, донъяға вирус менән яралған сабыйҙар тора. Ә күпме сир асыҡланмаған әле!..
Профилактик саралар ойошторолоп тора: йәштәргә йүнәлтелгән, мәктәп балалары, студенттар профилактика үтә, ә бына өлкәндәр араһында ундай эш алып барылмай тиерлек. Ә бит инфекция һәр быуынға ла хәүеф янай. Был турала ҡаланың ВИЧ инфекцияһы таралыу мәсьәләһе һәм профилактика буйынса ведомство-ара комиссияһында һөйләшеү үтте, сарала ҡалала алып барылған профилактикаға һөҙөмтә яһалды.
– Беҙгә профилактик сараларҙы эшселәр ойошмалары араһына индерергә кәрәк. Элек 21-30 йәштәр араһында вирус йөрөтөүселәр артып торһа, хәҙер яңы күренешкә тап булабыҙ – ул өлкәндәр араһында, был 31-40 йәштәге граждандарға ҡағыла, ул ғына ла түгел, 50 хатта 60 йәштәгеләрҙә лә осрай. – тине СПИД һәм инфекциялы ауырыуҙарға ҡаршы Республика үҙәгенең баш табибы Сергей Зайцев.
Статистик мәғлүмәттәргә ҡара-ғанда, вирус күпселек осраҡта енси юл аша күсә, республика буйынса был 78,05 процент (2000 йылда 7 процент булған) процент тирәһе тәшкил итә, ә бына әсәнән балаға күсеү – 1,97, парентераль, йәғни укол һәм инъекциялар аша – 19,98 процент (2000 йылда 92 процент булған).
Был көндө комиссия менән бергә «Тест на ВИЧ: Экспедиция» Бөтә Рә-сәй акцияһы ла үтте. Акция сиктәрендә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе алдына ВИЧ инфекция-һын билдәләү буйынса экспресс тестар яһау майҙансығы ойошторолдо. Бушлай һәм аноним үткән тикшереүҙә 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Тест ойоштороу машиналары артабан Салауат һәм Ишембай ҡалаларына йүнәлде, ошондай уҡ сара Өфөлә лә ойошторолдо.
Әлегеләй саралар күберәк үтһә, статистика күрһәткестәре лә кәмер.
Һүҙ тест үткәндәргә:
Владимир, 22 йәш.
– Медицина тикшереүҙәрен йыш үтеп торам, уҡыу алдынан, хәрби комиссариатта... Һәр ваҡытта ла бындай тикшеренеү кәрәк. Был тикшереүҙәрҙә иң күбе йәштәр ҡатнаша, студенттар, бәлки улар үҙ-ҙәренең ниндәй һөҙөмтә буласағын алдан уҡ беләләрҙер, шулай ҙа улар экспресс тест яһауҙан баш тартмайҙар, был дөрөҫтөр ҙә, сөнки тикшеренеү, профилактика бер ҡасан да артыҡ түгел. Шул уҡ ваҡытта әлеге сирҙәре булған йәки үҙендә шундай сир барлығына шикләнгәндәр бында киләме икән!..
Фәнисә, 60 йәш.
– Күп урындарҙа эшләнем, шул иҫәптән урамда һатыусы ла булдым. Төрлө кешеләр менән аралашырға тура килә, шуға ла үҙемде тикшереп ҡарарға булдым. Кеше ғәҙәттә поликлиникаларҙа анализ тапшыра, бөгөн бында ла ҙур сират йыйылған. Был ҡурҡыныс ауырыу, тиҙ арала тарала, шуға ла алдан белеүең яҡшыраҡтыр.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: