Ашҡаҙар
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
19 Октябрь 2018, 11:41

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ниндәй етешһеҙлектәр бар?

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йөкләмәһе буйынса ҡала хакимиәте етәкселеге депутаттар менән бергә Стәрлетамаҡта булған барлыҡ медицина учреждениеларын тикшереп сыҡты.

Иртә менән ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев етәкселегендәге делегация, урындағы киҫкен мәсьәләләрҙе асыҡлау маҡсатында, пациенттар, учреждение етәкселәре, медицина хеҙмәткәрҙәре менән аралашты. Был сараға Өфөнән ҡайтып төшкән ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов та ҡушылды.
Медицина учреждениеларының торошон тикшергәндән һуң, ҡала хакимиәтендә һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса ҙур кәңәшмә үткәрелде. Уның һөҙөмтәһендә республика етәксеһе һаулыҡ һаҡлау сис-темаһын яҡшыртыу тәҡдимдәре менән хат аласаҡ.
Читайте нас: