Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
19 Октябрь 2018, 11:22

Киҙеү, хәҙер мин һинән ҡурҡмайым!

Ҡалала грипҡа ҡаршы вакцинациялау башланды, табиптар был процедураны поликлиникала ғына яһамай. Күптән түгел күсеп йөрөү станцияһы менән Ҡала мәҙәниәт һарайына барып, прививка яһанылар.

Кеше тиҙ хәрәкәт иткән кеүек ауырыуҙар ҙа тиҙ күсә, шуға ла, күрәһең, табиптар кешеләр күп йыйылған урындарҙа йөрөүселәргә алдан уҡ гриптан һаҡланып ҡуйырға тәҡдим итә. Вакцинация ысулы менән халыҡтың ярайһы уҡ ҙур өлөшө был процедураны үтәһә, эпидемия таралыу осрағы ла күпкә түбәнерәк буласаҡ, сөнки был ауырыуҙы таратыусылар һаны кәмей.
– Көнөнә 150-200 кеше үҙ теләге менән килеп, грипҡа ҡаршы прививка яһата. Әлбиттә, сикләүҙәр бар, шуға үҙ терапевыңдан рөхсәт алырға кәрәк. Шулай уҡ тән температураһы юғары, аҡһымға аллергик реакция булмауы талап ителә, – ти ҡаланың 2-се поликлиникаһы табибы Ғәлиә Әмирова.
Табип фекеренсә, әлегә был ауырыу ҡурҡыныс түгел һымаҡ, әммә былтыр был сирҙән илдә үлем осраҡтары ла булғанын оноторға ярамай. Кеше ауырыуҙан шәбәйһә лә, организмдың хәлһеҙләнеп ҡалыуы, киҙеүҙән һуң барлыҡҡа килгән башҡа төрлө ауырыуҙар биләп алыуы ихтимал.
– Һеҙ прививканы йәшә-гән урынығыҙ буйынса урынлашҡан поликлиникала ла яһата алаһығыҙ. Ғәҙәттә, вакцинациялау осоро дека-бргә тиклем дауам итә, документтарығыҙҙы, амбулатор картағыҙҙы тотоп килегеҙ, – ти шәфҡәт туташы Ольга Умова.
“Әлллеү!” – тип әйтеп тә өлгөрмәнем, үҙемә лә прививка яһап сығарҙылар, яһатмаһаң, грипп та шулай ҡапыл баш-ланыуы ихтимал. Киҙеү, хәҙер мин һинән ҡурҡмайым!
Читайте нас: