Техник талаптар буйынса, машиналар аҡ төҫтә, видеорегистраторлы һәм быйыл сыҡҡан булырға тейеш. Шулай уҡ автомобилдәрҙә өлкәндәр һәм балалар өсөн реанимация йыйылмалары, дефибриллятор, электрокардиограф, акушер һәм эпидемияға ҡаршы йыйылма, портативлы үпкәне яһалма эшләтеү аппараты, заманса санитария носилкаларының булыуы мотлаҡ.