Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
11 Ноябрь 2018, 13:18

Органдарҙы алыу һәм күсереп ултыртыу үҙәге барлыҡҡа килеүе ихтимал

Өфөлә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы проекты буйынса органдарҙы алыу һәм күсереп ултыртыу үҙәге барлыҡҡа килеүе ихтимал

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы проектында органдарҙы алырға һәм күсереп ултыртырға мөмкин булған учреждениеларҙың исемлеген раҫларға тәҡдим итәләр. Дөйөм алғанда, илдә 44 федераль һәм 113 дәүләт бюджет медицина учреждениеһын раҫларға уйлайҙар.
Исемлектә Башҡортостандың баш ҡалаһынан ете дауахана бар, уларҙың араһында бер федераль медицина учреждениеһы — Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге.
Әле Һаулыҡ һаҡлау министрлығы проекты Дәүләт Думаһына тәҡдим ителер алдынан һөйләшеп килешеү үтә. Документтарҙы көҙгө сессияла ҡарарға ниәтләйҙәр.
http://www.bashinform.ru/news/1236469-v-ufe-po-proektu-minzdrava-rossii-mozhet-poyavitsya-tsentr-po-zaboru-i-transplantatsii-organov/
Читайте нас: