Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
15 Ноябрь 2018, 18:55

Каринэ Хәбирова Республика перинаталь үҙәгендә булды

Башҡортостан етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова Өфөләге Республика перинаталь үҙәгендә булды.

Ошо хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рөстәм Әхмәҙинуров хәбәр итте. Етлекмәй тыуған балалар көнөнә арналған осрашыуҙа Каринэ Хәбирова табиптар һәм йәш әсәләр, шулай уҡ сабыйҙар өсөн йылы кейемдәр әҙерләгән «көмөш быуын» ирекмәндәре менән аралашты. Улар республика етәксеһенең тормош иптәшенә сәйлән менән сигелгән картина бүләк итте.
Бер аҙна элек Каринэ Хәбирова «Һөйөклө сабый» үҙәгендә һәм М.Нестеров исемендәге музейҙа булды, һуңғыһында «Башинформ» агентлығына тәүге интервьюһын бирҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1238750-karine-khabirova-posetila-respublikanskiy-perinatalnyy-tsentr/
Читайте нас в