Ашҡаҙар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
27 Ноябрь 2018, 14:13

Сирҙе бер аҙ еңеләйтеп…

Стәрлетамаҡта Бөтә донъя шәкәр диабеты менән көрәшкә арналған сара үтте. Сарала Мәскәү эндокринологы, диабетологы, юғары технологиялар кабинеты башлығы Анас Альфарадж менән тура бәйләнеш уҙғарылды.

Сирле балалары менән килгән ата-әсәләргә Мәскәү диаблогеры Наташа Матвеева һәм Һамар диаблогеры Алексия менән аралашырға мөмкин булды. Бынан тыш сарала ҡатнашыусыларға асыҡ лекциялар, ҡандағы шәкәрҙе үлсәү һымаҡ хеҙмәттән торған программа тәҡдим ителде.
Бөтә донъя диабет федерацияһы мәғлүмәттәре буйынса, шәкәр диабеты пациенттарының һаны 415 миллионға еткән. Ә 2040 йылда был һан 642 миллионға етәсәк тип фаразлана. Һәр 6 секунд һайын донъяла шәкәр диабеты диагнозы булған 1 пациент үлә. Шәкәр диабеты менән сирләүселәрҙең 60 проценттан ашыуы – I һәм II төркөм инвалидтары. Шәкәр диабеты йөрәк-тамыр һәм онкология сирҙәренән ҡала донъяла өсөнсө урынды биләй.
Ҡанда глюкозаның кәрәгенән артыҡ булыу билдәһе булып ауыҙ кибеү, һыуһау, йыш кесе ярау башҡарыу һәм һейҙектең миҡдары артыу тора. Шулай уҡ хәлһеҙлек, эшләү һәләтегеҙ, тән ауырлығығыҙ кәмеһә, тәнегеҙ ҡысыһа – ошо һылтауҙар менән мотлаҡ табипҡа күренергә кәңәш ителә.
Р. ҒАЯЗОВА.
Читайте нас: